Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 16:58

Ҡатнаш никах ни хаҡ?

Сит ил егеттәренә тормошҡа сығып уңмаған Рәсәй ҡатындарының аһ-зары тураһындағы тапшырыуҙар үҙәк телевидение экрандарында юҡ-юҡ та күренгеләй. Ниндәйҙер дәрәжәлә бындай хәл тәбиғиҙер ҙә, сөнки “үҙенсәлекле цивилизация” һаналған Ватаныбыҙҙағы йәшәү рәүеше башҡа илдәрҙән ныҡ ҡына айырыла. Билдәле, ошондай шарттарҙа тәрбиә алған ҡыҙҙарыбыҙҙың сит ерҙә ерегә алмауы һис тә ғәжәп түгел.

Хәтерегеҙҙәлер, “Башинформ” агентлығы сит ил граждандары менән никахҡа инеүселәрҙең иҫәбе тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт сығарғайны. Былтыр 621 яҡташыбыҙ БДБ илдәре, атап әйткәндә, Үз­бәк­с­тан, Тажикстан, Әрмәнстан кеше­ләре менән никахҡа ингән, 200-ҙән ашыуы иһә үҙенә парҙы Германия, Франция, Италия, Израиль, Египет, Төркиә һәм ҡайһы бер башҡа дәүләттәрҙә тапҡан.
Дөрөҫ, ҡатнаш никахтарҙың барыһы ла тарҡалмай. Кемдәрҙер тормош сифаты юғарыраҡ булған, икенселәре яҙмыштан уҙмыш юҡ ҡануны йоғонтоһонда, өсөнсөләре сигенер урыны ҡалмағанлыҡтан сит тарафтарҙа ерегә, ләкин был хәл-күренеште ыңғай тип баһалап булмай. Элек-электән һәм барлыҡ мәмләкәттәрҙә лә халыҡтар үҙ ырыуынан йәки ҡәбиләһенән сыҡҡан йәштәр менән тормош ҡороуҙы уңайлыраҡ һанаған, сөнки бер үк тел, милли ғөрөф-ғәҙәттәр, көнкүреш шарттары, йәғни яраҡлашыу зарур­лығы юҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элекке Советтар Союзында дәүләт органдары ғаилә мөхитенә әүҙем ҡыҫылды һәм милләт-ара никахтарҙы пропагандаланы. Был да аңлашыла, сөнки ошо юл менән берҙәм совет халҡы формалаша тигән ҡараш нығынып алғайны. Тупаҫыраҡ яңғыраһа ла, урыҫтың “гусь – свинье не товарищ” тигән әйтемен иҫкә алыу урынлы, сөнки кеше – иң элек биологик есем һәм, турғай бер ҡасан да һандуғас булып һайрамаған кеүек, урыҫса һөйләшеп кенә теләһә кем урыҫ булып китә алмай.
“Йәш сағыңда ҡартлыҡ көнөңдә бәхетле булырлыҡ итеп йәшә”, – тигән боронғо философ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшлек – йүләрлек, дыуа­маллыҡ кеүек сифаттарҙың урғылып торған сағы, һәм, әлбиттә, олоғайғас ниндәйҙер хәүеф һағалау ихтималы һис тә башҡа инеп сыҡмай. Аҡыл һуңынан, олоғайып барғанда ғына килә. Эйе, килә, ләкин ғүмерҙе яңынан йәшәп булмай.
Өфө ҡалаһы
Читайте нас: