Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 18:59

Башҡортостан менән Ғаләмде нимә бәйләй?

Беҙ – кешенең тәү тапҡыр Йыһанға осҡан, уның серҙәрен әүҙем өйрәнгән, асыштар, мөғжизәләр осоронда йәшәгән быуын. “Кем булырға теләйһең?” тигән һорауға малай һәм ҡыҙҙарҙың бер тауыштан “космонавт!” тип яуап биргән мәлдәр ҙә иҫтә.

Беҙ – кешенең тәү тапҡыр Йыһанға осҡан, уның серҙәрен әүҙем өйрәнгән, асыштар, мөғжизәләр осоронда йәшәгән быуын. “Кем булырға теләйһең?” тигән һорауға малай һәм ҡыҙҙарҙың бер тауыштан “космонавт!” тип яуап биргән мәлдәр ҙә иҫтә. Заман башҡа – заң башҡа… Хәҙер йәштәр күбеһенсә бизнес, эшҡыуарлыҡ, робот техникаһы, компьютер технологиялары менән мауығыуҙы хуп күрһә лә, икһеҙ-сикһеҙ Йыһан серҙәре, ифрат ҡатмарлы кешелек донъяһы, Ер яҙмышы әүәлгесә ҡыҙыҡтырғыс, ымһындырғыс, сөнки барыбыҙ өсөн дә йомаҡ тойолған ғаләм хыял булыуҙан туҡтамай.


Байрамды ҡайҙа үткәрергә?


Йыһан, космонавтика, йондоҙҙар… Серле донъя олоһон да, кесеһен дә ҡыҙыҡ­һындыра, ХХI быуат беҙҙе ниндәй асыштары менән таң ҡалдырыр, ҡыуандырыр икән, тип уйланмаған кеше юҡтыр. Әлегә һеҙ байрам көнөн сағыу шоу тәҡдим иткән, башҡа планеталарҙан килгән космос ҡунаҡтары, галактика-ара конкурс һәм сюрприздар, бүләктәр, ҡыҙыҡлы осра­шыуҙар вәғәҙәләгән баш ҡаланың “Максимилианс” ресторанында үткәрә ала­һығыҙ. “Төн уртаһында сәхнәгә “йондоҙ десанты” төшәсәк, сит ҡунаҡтарҙан ҡурҡа күрмәгеҙ”, – тип иҫкәртә сараны ойоштороусылар.

Байрамды тағы ла йөкмәткелерәк, файҙалыраҡ үткәреү мөмкинлеге бар. Ә һеҙҙең “Гагарин-үҙәк”тә, йәғни уҡыусы­ларҙың техник белеменә булышлыҡ итеү үҙәгендә булғанығыҙ бармы? Бәлки, “техника ене” ҡағылған ул һәм ҡыҙҙарығыҙ унда шөғөлләнә торғандыр?


Бынан бер нисә йыл элек тантаналы шарттарҙа асылған сарала космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, генерал-полковник Владимир Коваленок, летчик-космонавт, Советтар Союзы Геройы Александар Баландин, космонавт-һынаусы Сергей Ревин ҡатнашҡайны. Уҡыу­сыларға инженер һәм IT-технологиялар, робот техникаһы, web-дизайн, компьютер графикаһы, программа­лаш­тырыуҙы өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған майҙан әле лә гөрләп эшләй, байрам алдынан Асыҡ ишектәр көнө үткәрә.


“Саҡырылмаған ҡунаҡ”


Үкенескә ҡаршы, Йыһанға тәү тапҡыр осҡан летчик-космонавт Юрий Гагарин республикабыҙҙа бер тапҡыр ҙа булманы, әммә алыҫ галактикалар менән бәйле ваҡиғалар, хәлдәр беҙҙә лә етерлек. Шуларҙың береһе – Стәрлетамаҡ метеориты.


1990 йылдың 17 майынан 18 майына ҡаршы төндә Стәрлетамаҡ эргәһендәге иген сәселгән баҫыуға күктән 315 килограмм ауырлығында “ят ҡунаҡ” килеп тө­шә. Яҡынса 23 сәғәт 20 минутта Ер атмос­фераһына үтеп инә. Ошо ваҡиғаға шаһит булғандар бик көслө яҡтыртыусы шар күреүҙәрен һөйләй. Метеоритты Өфөләге Археология һәм этнография музейына килтерәләр. Ә уның урынында тәрәнлеге ун метрға еткән кратер ғына ҡала.


Планетарийҙа булдығыҙмы?


Ҡыҙыҡһыныусан, тиктормаҫ ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн планетарийҙан да мауыҡ­тырғыс урын таба алмаҫһығыҙ. Бик күп ҡалала бындай мөғжизәле йондоҙҙар донъяһы, виртуаль тур юҡ та әле, ә беҙҙең республикала бар, шулай булғас, ғорурланырға һәм мотлаҡ уны үҙ күҙҙәрең менән күреп ҡайтырға кәрәк.


Планетарий 1964 йылда төҙөлгән, әле лә ул – Өфөлә иң популяр урындарҙың бе­реһе. Тәүҙә М. Ғафури паркы ҡарама­ғында булһа, аҙаҡ үҙаллы ҡала учрежде­ниеһына әүерелде. Йыл һайын унда илле меңдән ашыу кеше була. Яңы донъяны танып-белеү өсөн бик мауыҡтырғыс май­ҙан. Мәктәп программаһынан астрономия фәнен алғас, ошо “аҡ тап”ты тулыландырыу йәһәтенән дә ҙур эш башҡара планетарий.


Йыһан икһеҙ-сикһеҙ булһа ла, уның яҡынлығын тормошобоҙҙа асыҡ тоябыҙ. Тик ғаләм киңлеген өйрәнеү буйынса белемебеҙ һай булғас, күп нәмәне тейешле кимәлдә аңлап етмәйбеҙ: мәҫәлән, ни өсөн осоштарға шул тиклем күп аҡса сарыф ителә, метеориттар яуғанда нисек һаҡланырға, “ят ҡунаҡтар” һаулыҡҡа зарарлымы һәм башҡалар.

Өфөлә яңы планетарий төҙөләсәге тураһында яҡшы хәбәр ҙә бар. Ул, моғайын, баш ҡаланың ғына түгел, тотош республиканың кеше күпләп йөрөй торған иң популяр, иң матур “йөҙөк ҡашы” булыр.


Әлшәй егете – летчик-космонавт


Йыһанды өйрәнеү өлкәһенә ҙур өлөш индергән яҡташыбыҙ, Әлшәй районының Никифар ауылы егете, Рәсәйҙең атҡаҙан­ған һынаусы-летчигы Урал Нәзип улы Сол­танов – беҙҙең оло ғорурлығыбыҙ. Дәүләкән районында Урал Солтанов исемендәге халыҡ-ара йәйге аэрокосмик мәктәп эшләй.


Ул “Буран” экипажының икенсе пилоты сифатында әҙерлек үтә, аҙаҡ Магомед Толбоевтың дублеры була. 90-сы йылдар башында француз космонавтарын әҙерләү барышында әүҙем ҡатнаша. Авиацияла тиҫтәгә яҡын донъя рекордтарына өлгәшкән яҡташыбыҙ.


“Марсиандар” иген үҫтерә, мал тәрбиәләй


Планеталар беҙгә яҡынайғандан-яҡыная. Башҡортостандың үҙ Марсы бар. Ауырғазы районының бәләкәй генә ауылында “марсиандар” донъя көтә, балалар үҫтерә, мал-тыуар тәрбиәләй. Ғөмүмән, Марс исеме беҙҙә киң таралған, Йыһан менән бәйләнештәре булмаһа ла, ата-әсәләр уландарына Марс исемен яратып, ҙур өмөт бағлап ҡушты.


Ә Космонавтар, Гагарин, Королев, Комаров исемендәге урамдарҙың илебеҙҙең һәр ҡалаһында булыуына ғәжәпләнәһе лә түгел. Тик “йондоҙло” объекттарҙың ҡайһы берҙәре ваҡыт үтеү менән юҡҡа сыҡты, Г. Титов, Ю. Гагарин исемендәге кинотеатрҙар урынында хәҙер магазин, төнгө клуб үҙ эшмәкәрлеген йәйелдерә. “Орион” кинотеатры ла хужаһын алмаш­тырҙы. Ә балалар һәм үҫмерҙәр ижады йорто әле лә летчик-космонавт Комаров исемен йөрөтә. Өфө дәүләт авиация техник университеты корпусы алдында 2011 йылда Юрий Гагаринға бюст ҡуйылды, ә ике йылдан һуң Сипайлово биҫтәһендәге йорттарҙың береһенең фасадында тәүге космонавтың портреты барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла уға бюст ҡуйылған.


Космонавт Владимир Комаровтың Өфөгә бик йыш ҡунаҡҡа килеүе лә бил­дәле. Асыҡ йөҙлө, ябай, мөләйем геройҙы нефтселәр, балалар, эшселәр араһында ла күрергә мөмкин ине. Ул һәләк булғандан һуң Өфөләге Институт урамына В. Комаров исеме бирелде.


Инопланетяндар беҙҙә йәшәгәнме?


2012 йылда Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары беҙ йәшәгән биләмәлә илле миллион йыл элек инопланетяндар булған тигән һығымта яһаны. Рәсәй-Ҡытай экспедицияһы Сандар ауылы эргәһендә ҡаҙыныу эштәре барышында серле плитә таба.


Плитәлә биләмәнең һәм гидротехник ҡоролмаларҙың өс үлсәүле һүрәтләнеше төшөрөлгән. Микрорельефтың өҫкө яғы аҡ фарфор менән ҡапланған. Ғалим­дарҙың фекеренсә, табыш – хәҙерге Баш­ҡортостан биләмәһе өлөшөнөң картаһы. Бындай һүрәтте аэрокосмик саралар ярҙамында ғына төшөрөп алып була, тип иҫәпләй белгестәр. Картаны эшләүселәр шартлы тамғаларҙы билдәләү өсөн бынан илле миллион йылдар элек һәләк булған моллюск ҡабырсаҡтарын файҙаланған. Был хәл табыштың яҡынса йәшен билдәләргә ярҙам итә. Юғары үҫешкән цивилизацияның булыуына тағы ла бер дәлил табылды тигән һүҙ.


Мөғжизәгә килә ышанғы


Бынан ун йыл элек Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары тарафынан эшләнгән микро-юлдаш “Байконур” космодромынан осоролдо. Вуздың космик уҡыу-ғилми лабораторияһы юлдаш ярҙа­мында тирә-яҡ мөхиткә мониторинг үткә­реү, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу пара­метрҙарын анализлау, янғындарҙы күҙәтеү маҡсатын билдәләгәйне.


Техника ҡоролмаһы орбитаға уңышлы сығып, билдәләнгән режимда эш башлай, ҡояш батареяһы энергия менән тәьмин итә, 156 әйләнеш яһағандан һуң, 2010 йылдың февралендә уның менән бәй­лә­неш өҙөлә. Йәл, әлбиттә, сәбәбен асыҡлар өсөн орбитаға менеп тикшерергә мөмкин­лек булһа икән дә... Студенттар, моғайын, әле лә икеләнеп, ҡул ҡаушырып ултыр­майҙыр, ҡыҙыҡлы асыштар ҙа, көтөлмәгән сюрприздар ҙа алда төҫлө. Һәр хәлдә, быға бик тә ышанғы килә.


Читайте нас: