Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 19:28

Ҡоро үлән өтәм тип...

Елле көндә усаҡта сүп яндырған ҡатын ни бары “биш минутҡа” ғына ситкә китә һәм... саҡ мунсаһыҙ ҡалмай.

Елле көндә усаҡта сүп яндырған ҡатын ни бары “биш минутҡа” ғына ситкә китә һәм... саҡ мунсаһыҙ ҡалмай.
Бөгөн сәғәт 12-лә Ауырғазы районының Кәбәс ауылында янғын сыға. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр йүнәлтелә. Улар килеп етеүгә, мунса соланы һәм уның ҡыйығы яна башлай. 15 квадрат метр майҙандағы янғынды бик тиҙ арала һүндереүгә өлгәшәләр. Һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнгәндәр юҡ.
Янғындың сәбәбе – хужабикә мунсаһы янында ҡоро үлән яндырған. Ут үлән буйлап мунсаға ҡаба. Уйламай эш итеүе сәбәпле, ҡатын административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, уға ике мең һумлыҡ штраф һалынған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республика халҡын иҫкәртә: яҙ-йәй осоронда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ныҡлы ҡәтғи үтәргә кәрәк, урам буйында, ихаталарҙа сүп-сар өтөү тыйыла. Бының менән һеҙ мөлкәтегеҙҙе генә түгел, ғүмерегеҙҙе лә һаҡлап ҡала аласаҡһығыҙ.
Читайте нас: