Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы дауам итә. Бөгөн уның эшендә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты. Тәүҙә ул фойелағы күргәҙмә экспонаттары менән танышты.
Съездың пленар өлөшөндә Радий Фәрит улы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына “Башҡортостан Респуликаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем тапшырҙы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: төбәк етәксеһе съезда тулыһынса башҡорт телендә сығыш яһаны. Ул үҙенең биш йәшенән ҡала мөхитендә үҫеүе, рус телендә белем алыуы, артабанғы хеҙмәт йылдары ла башлыса русса аралашыуға ҡоролоуы арҡаһында туған теленән бер аҙ ситләшеүе өсөн ғәфү үтенде һәм әле килеп ошо хатаны төҙәтергә, башҡортса һөйләшеүен артабан да камиллаштырырға теләүе хаҡында белдерҙе. Радий Фәрит улының сығышында яңғыраған тос фекерҙәрҙе, башҡорт телен үҫтереүгә ҡағылышлы тәҡдимдәрҙе съезд делегаттары көслө алҡыштарға күмде.
– Төбәк етәксеһенең башҡорт теле уҡытыусыларының съезында башҡортса сығыш яһауы сараның бәҫен арттырҙы, эшебеҙҙе ололауын күрһәтте, – улар.