Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 12:52

Себер аҡсаһының ҡәҙере бармы?

Атайҙар йылы ғаилә түшәгенән тороп, кисен балаларына әкиәт уҡыһын ине.

Атайҙар йылы ғаилә түшәгенән тороп, кисен балаларына әкиәт уҡыһын ине.
Бер туған апайымдың 47 йәшлек улы Сабир тағы ла Себер тарафтарына сығып киткән. 100 йортлоҡ ауылыбыҙҙан унға яҡын ир-уҙаман ғүмерен уҙҙырып, сабатаһын туҙҙырып ил гиҙә. Уларҙың яртыһы уңды, яртыһы туңды, тиһәк тә була. Уңғандары ҙур тырышлыҡ һәм түҙемлек менән ғаиләһен, донъяһын хәстәрләй, балаларын уҡыта, башлы-күҙле итә, күршеләренән кәм түгел, хатта хәллерәк тә йәшәй.
Сабир ҡустым иһә туңғандар рәтендә. Совхоз бүлексәһендә өлкән бухгалтер булып бик һәйбәт эшләгән атаһы 1972 йылдың йәйендә, силос әҙерләү ѳөмәһе мәлендә, фажиғәле һәләк булды. Ул йылда ҡандала үләне ифрат уңғайны. Төшкө аштан һуң сабылмаған үлән араһында ял итергә ятҡан етәксене “КИР-500” силос комбайны өҙгөләп ташлай. Дүрт ир бала – һигеҙ йәшлек Мансаф, алты йәшлек Марат, дүрт йәшлек Рәмил һәм ѳөс айлыҡ Сабир атай ҡурсауынан, тәрбиәһенән мәхрүм ҡалды.
Американың билдәле психотерапевы Майкл Ньютондың “Йәндең сәйәхәттәре” исемле китабында кеше йәненең үлгәндән һуң ергә кире әйләнеп ҡайтҡанға ҡәҙәр үткән юлын дәлилле тасуирлай. Баҡтиһәң, бала ата-әсәһен, буласаҡ ғаиләһен үҙе һайлай, үҙенең яҙмышын ошо ғаиләлә үтергә, тормош һынауҙарын кисерергә әҙерлек белдерә.
Ҡыҙғаныс, әммә ҡустыларымдың тәҡдир бурысы үтә ауыр булып сыҡты. Әрме хеҙмәтенән һуң ауылда ат ҡараған Рәмил, тай өйрәткәндә яурынындағы һөйәлен йәрәхәтләп, 25 йәштә генә яман шештән мәрхүм булды. Ҡансура газ һаҡлау станцияһы операторы булып эшәләгән Марат Калугала командировка ваҡытында, 30 йәшен дә тултырмай, вафат булды. Әсәһенең пенсияһынан ҡалған Мансаф, ас-яланғас йөрөп, 43 йәшендә генә бауырын яндырып, яҡты донъянан китте.
Сабирға тәбиғи һәләттәр ифрат йомарт бирелгән: һаулығы таҙа, буй-һыны камил. Ул бала саҡтан оҫта һүрәт төшөрҙө, өлгөлө уҡыны, ҡулынан килмәгән эше юҡ – ташсы, слесарь-монтажсы, иретеп йәбештереүсе, изоляциялаусы. Әсәһе – ыҡсым ғына йорт, ағаһы Марат еңел автомобиль ҡалдырып китте. Бөгөн өй буш, сөнки ҡатыны, 10 йәшлек улдары Уралды эйәртеп, Мәскәү тарафтарына сығып китте, хужа иһә ҡамғаҡ кеүек сикһеҙ Себер далаларын иңләй.
Моисей пәйғәмбәр Египет фирғәүененең ҡоллоғонан ҡотҡарған йәһүдтәрен 40 йыл буйы сүллектә йөрөтөп сыныҡтырған кеүек, беҙҙең башҡортто ла ниндәйҙер көстәр алданып-йолданып, йәберләнеп-кәмһетелеп, ил гиҙергә, сынығырға мәжбүр итә, буғай.
2017 йылдың апрелендә Өфөлә үткән кадрҙар форумында Башҡорт­остандың элекке етәкселеге бер нисә борсоулы ысынбарлыҡты билдәләгәйне:
*“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанға күсеп килгәндәр һаны күсеп китеүселәрҙән аҙыраҡ, ә күрше Һамар, Силәбе, Татарстанда был хәлдең киреһе күҙә­телә.Тимәк, беҙҙәге көнкүреш шарттары бүтәндәрҙе ылыҡтырмай;
*яңы, юғары технологиялы, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән 70 мең эш урыны булдырыу өсөн бер триллион һум инвестиция талап ителә, ә улар юҡ;
*ауыл еренән генә бүтән төбәктәргә 120-130 мең кеше эшкә йөрөй, ә республика халҡының 40 проценты ауылда йәшәгәнен иҫәпкә алғанда, был һандың күпкә юғарыраҡ булыуын да иҫтә тоторға кәрәк;
*Сколково эксперты Олег Соколов әйтеүенсә, республиканан йәштәрҙең китеүе лә хәүефле, сөнки Башҡортостан федераль универси­теттарҙың, фәнни-техник үҙәктәрҙең ойоштороу этабын да эшлекһеҙ үткәреп ебәргән.
Мәҫәлән, Учалы районынан абитуриенттарҙың 17,5-22 проценты – республиканың юғары уҡыу йорттарына, ә 47-55 проценты бүтән төбәктәргә уҡырға инә. Дөйөм алғанда, Башҡортостандан ситтә 20 меңдән ашыу студент белем ала, ә уларҙың тыуған төбәгенә эшкә ҡайтыуы икеле.
Боронғо римдар “Ваҡыт менән бергә беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ” тип әйтергә яратҡан. Минең уйлауымса, беҙ ҙә киләсәкте ыңғай яҡҡа үҙгәртергә бурыслы. Яҙмыш тауының түбәһенә менеп еткән Сабир ҡустым да офоғоноң яҡтырыуына, киңәйеүенә күптән әҙер, тип уйлайым.
Башҡортостандың яңы етәксеһе Радий Хәбиров, уның командаһы үҙгәртеүҙәргә ныҡлап, эҙмә-эҙлекле тотондо. Яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ҡурҡмайынса ала белгән, үҙенә һәм командаһына талапсан, ябай хеҙмәт кешеһенә яҡын булған, республика тарихында үҙ урынын күргән һәм тапҡан етәксегә Федераль үҙәк тә оло ышаныс күрһәтә.
Ә инде ил Президентының май указдарына ярашлы, 12 милли проекттың булдырылыуын, уларға аныҡ сығымдар, шәхси яуаплылыҡ һәм билдәле ваҡыт бирелеүен иҫәпкә алғанда, республиканың үҫешкә яңы һулыш алырына ышаныс ҙур. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн төбәктәргә 25 триллион һум аҡса һалынасаҡ. Яңы команданың аныҡ бурыстары, даими үткәрелгән “инвестсәғәт”тәр, ҡала һәм район етәкселәренең шәхси яуаплылығы күҙгә күренеп ыңғай һөҙөмтәләр бирергә тейеш. Республикаға ҙур инвестициялар йәлеп ителәсәгенә шик юҡ. Ошо шарттарҙа Себер аҡсаһының да ҡәҙере китәсәк.
Шул уҡ ваҡытта милли проекттарҙа ҡатнашып алған аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға, нисек үҙләштерергә белмәһәк, кем булырбыҙ икән? Әгәр ҙә бөгөн балаларын ҡалдырып, һаулығын юғалтып, алданып Себер гиҙгән Сабир кеүек яҡташтарыбыҙға республикабыҙҙа хеҙмәт урыны булмаһа, уларҙың мөмкинлектәре, ҡеүәте маҡсатлы ҡулланылмаһа, ул оҙаҡ ҡына Төмән өлкәһенән ҡайта алмаясаҡ. Тимәк, ҡала-райондарҙа 150 меңләгән “хеҙмәт маятнигы” булып бәүелгән яҡташтарыбыҙҙы берәмләп һанап, уларға бөгөндән үк эш урындары булдырырға, ҡулайлы хеҙмәт шарттары тыуҙырырға кәрәк. Көн һайын йылы ғаилә түшәгенән тороп, кисен балаларына әкиәт уҡый алған атайға йәшәү, әлбиттә, күңелле буласаҡ.
Мәләүез ҡалаһы
Читайте нас: