Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 17:25

Һыу буш булһын тиһәң, өлгөрөп ҡал

Дәүләт Думаһы депутаттары “Ер аҫты тураһында”ғы законға төҙәтмәләр ҡабул итте. Уға ярашлы баҡсасылыҡ (йәшелсәселек, дача) ширҡәттәре һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем тейешле ғариза биреп, бушлай лицензия алһа, ер аҫты һыу сығанаҡтары менән ҡулланыу өсөн пошлина түләүҙән азат ителәсәк.

Дәүләт Думаһы депутаттары “Ер аҫты тураһында”ғы законға төҙәтмәләр ҡабул итте. Уға ярашлы баҡсасылыҡ (йәшелсәселек, дача) ширҡәттәре һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем тейешле ғариза биреп, бушлай лицензия алһа, ер аҫты һыу сығанаҡтары менән ҡулланыу өсөн пошлина түләүҙән азат ителәсәк. Ошо датанан һуң иһә ширҡәтҡә лицензия алыу мотлаҡ процедураға әйләнәсәк, ни өсөн тигәндә, законға ярашлы ер аҫты сығанаҡтары менән ҡулланыу өсөн түләргә кәрәк.
Әле көнкүреш маҡсатында ер аҫты һыуҙарын алыу өсөн лицензия 7,5 мең һум тора, ул 25 йыл ғәмәлдә була.
Ғәмәлдәге нормаларға ярашлы, бер нисә шарт үтәлгән осраҡта, шәхси участкала һыуҙы былай ҙа бушлай файҙаланырға була: әгәр скважина тәрәнлеге 30 метрҙан, ә алынған һыу күләме 100 кубометрҙан ашмаһа (һәм был һыу бизнес өсөн файҙаланылмаҫҡа тейеш).
Әгәр баҡсасылыҡ ширҡәттәре 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем закондағы был юл менән файҙаланып өлгөрһә, проблема күп йылдарға хәл ителәсәк. Юҡ икән, ширҡәткә һәр бер унда ҡатнашыусынан аҡса йыйып, лицензия алырға тура киләсәк.
Читайте нас: