Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2019, 12:00

Апрелдең кәйефе боҙолдо...

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә һиҙелерлек һыуыта.

Фото: i0.hippopx.com
Фото: i0.hippopx.com
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә һиҙелерлек һыуыта.


Бөгөн, 14 апрелдә, республикала бер аҙ ямғыр була, урыны менән – ҡар ҡатыш. Көндөҙ төньяҡ-көнбайыш төбәктә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, ваҡыты менән ныҡ көслө иҫә. Һауа торошо көндөҙ 5 – 10 градус йылы торор.


15 апрелдә республикабыҙҙа ҡар ҡатыш ямғыр булыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан уртаса тиҙлектә иҫер. Һауа торошо төндә 1 градус йылынан 6 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ – 4 – 9 градус йылы.


16 апрелдә урыны менән епшек ҡар яуасаҡ. Төньяҡ төбәктә көндөҙ еңелсә боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел төньяҡтан уртаса тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә – 2 – 7 градус һалҡын. Көндөҙ иһә – 1 – 6 градус йылы.
Читайте нас: