Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2019, 22:06

Азиза кейәүгә сыға

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында популяр булған Азиза тәү тапҡыр рәсми рәүештә кейәүгә сыға. Ире – музыкант Олег Бескровный.

Фото: akg-images.com
Фото: akg-images.com
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында популяр булған Азиза тәү тапҡыр рәсми рәүештә кейәүгә сыға. Ире – музыкант Олег Бескровный.
Улар утыҙ йыл самаһы элек таныша. Олег ҡыҙға йыр яҙып бирә, һәм йәштәр дуҫлашып китә. Әммә ул саҡта үзбәк ҡыҙы егеттең өйләнеү тәҡдимен кире ҡаға. Шулай ҙа дуҫ булып ҡалалар.
Былтыр иһә Ялтаға барғанда Олег йәнә Азизаға тәҡдим яһай. Йырсы ризалаша.
“Уның мине яратҡанын белә инем, шуға күп уйлап торманым, – ти йырсы. – Олегтың уллыҡҡа бала алырға ризалығы ла шатландырҙы”.
Тиҙҙән уларҙың туйы буласаҡ. Байрамға эстрада йондоҙҙарын саҡырырға ниәтләйҙәр.
Читайте нас: