“Берҙәм Рәсәй” партияһы республикала Ғашиҡтар аллеяһы булдырыу буйынса акция башланы.
Сараға стартты Ҡыйғы районының йәш гвардиясылары бирҙе: Үрге Ҡыйғының ЗАГС-ы бинаһы янына ағас ултырттылар. Унда “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты.
Эстафета Өфөгә тапшырылды. Иртәгә, 15 апрелдә, баш ҡалабыҙҙа Салауат Юлаев урамы, 1 адресы буйынса яңы Ғашиҡтар аллеяһына тәүге ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.