Әрме тарафтарынан тағы ла күңелһеҙ яңылыҡ килеп етте. Таңғы сәғәт 6-ла Липецк янындағы хәрби аэродром биләмәһендә Башҡортостандан саҡырылған 22 йәшлек һалдат һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул үҙ-үҙенә ҡул һалған: автоматынан атылған.
Әлеге мәлдә Рәсәй Тәфтиш комитеты бер ниндәй ҙә комментарий бирмәй. Шуға күрә егеттең исем-шәрифе лә, йәшәгән урыны ла билдәле түгел.
Әйткәндәй, алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, 7 апрелдә Приморье крайында, минаға эләгеп, Башҡортостандан тағы һалдат һәләк булғайны.