Башҡортостанда 12 апрелгә ҡарата 10 358 йорт хужалығы әле һанлы телевидениеға күсмәгән. 3 июнь – һуңғы срок.
Әлбиттә, был һан аҙна һайын бер мең тирәһенә кәмей бара. Етмәһә, граждандарға ошо эштә дәүләт ярҙам итә. Пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған хаҡлы ялдағы кешеләрҙең, мохтажлыҡ кисергән балалы ғаиләләрҙең телевизорға приставка һатып алғанда, һанлы сигнал барып етмәгән урындарҙа иһә юлдаш ҡорамалы ҡуйыуға бер мең һумғаса компенсация аҡсаһын алыуға хоҡуғы бар.
Ике ай ярым эсендә дәүләт ярҙамына 5500 кеше дәғүә белдергән дә инде. Әйткәндәй, был булышлыҡ тик Башҡортостанда ғына атҡарыла. Илдең башҡа төбәктәрендә һанлы телевидениеға күсеү – һәр кемдең шәхсән эше.
Хәтергә төшөрәбеҙ: әле беҙ ҡараған телевидение 3 июндән эшен туҡтатасаҡ. Халыҡтың 95 проценты һанлы телевидение форматындағы буш өс радиоканалға һәм 20 телеканалға тоташҡан да инде. Әлегә ике формат та үҙ бурысын бер юлы башҡара.