Өфөлә парктар, скверҙар күп, әммә улар ҡарауһыҙ хәлдә, тәртип етешмәй.
Баш ҡалалағы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышы менән танышҡас, шундай һығымтаға килде республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Сипайлово биҫтәһендәге “Ҡашҡаҙан” паркын ҡараны. Унда икенсе йыл реконструкция бара. Балаларҙың халыҡ-ара йәйге уйындарының бер өлөшө бында үтеүенә бәйле, 1 июнгә баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтарын яңыртыу эшен тамамлау, шул айҙың аҙағына эргәләге биләмәне төҙөкләндереп бөтөү планлаштырыла.
“Көньяҡ” биҫтәһендә Радий Хәбиров буласаҡ “Ташлы йылға” паркы биләмәһен ҡараны. Скверҙа спорт майҙансыҡтары, йүгереү һәм йәйәүлеләр юлдары, ял итеү урындары булдырыу күҙаллана.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл йәнә “Беренсе май” паркын, “Тулҡын”, “Торналар” скверҙарын төҙөкләндереү планлаштырыла.
“Тормош үҙгәрә, кешеләрҙең ихтыяждары арта бара. Ҡала халҡы заманса парктар, балалар майҙансыҡтары, матур скверҙар һорай, – тине республика етәксеһе. – Ҡала төҙөлөшө сәйәсәтендә был тармаҡҡа оҙаҡ ваҡыт иғтибар бирелмәне. Өфө парктарына ни етмәй? Элементар тәртип. Парктар ҡаралмай, сүп-сарлы, бөтөн урында ҡыуаҡлыҡ, ярылған юлдар һ.б. Минең бында яңылыҡ индергем килә: кешеләр матур, ҡараулы, заманса парктар буйлап йөрөү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Тимәк, беҙ оло юлдың башында”.