Кисә Пенза өлкәһендә (М5 трассаһында) һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың исемдәре асыҡланды. Уларҙың барыһы ла Баймаҡ районынан - Н. Яналин, М. Юнысбаев, Х. Килмөхәмәтова, И. Ласынов һәм В. Базуев. Урындағы хәрби институтҡа вахтаға китеп барған булалар.
Серпухов ҡалаһына Баймаҡтан “Лада Ларгус” маркалы ике машина юллана. Фажиғә Мәскәү ваҡыты менән төнгө сәғәт берҙә була. Бер автомобилдең водителе ныҡ арығанлыҡтан руль артында йоҡлап китә һәм ҡаршы һыҙатҡа сыға. Тап ошо мәлдә йөк машинаһы менән бәрелешә. Быны арттан килгән икенсе машинаның водителе генә күрә, башҡалар йоҡлай. Бәрелеш шул тиклем көслө була, пассажирҙар ҙа, водитель дә шунда уҡ йән бирә. Трасса дүрт сәғәткә ябыла.
Иртәгә уларҙың тәүге эш көнө башланырға тейеш ине...
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров мәрхүмдәрҙе тыуған ерҙәренә алып ҡайтыуҙа муниципалитет башлыҡтарына ярҙам итергә ҡушты.