Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 17 апрелдә төндә бер аҙ епшек ҡар яуыуы, көнсығыш райондарҙа һепертмә буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә.
Ел төньяҡтан көсәйеүсән. Һауа температураһы 1-6, аяҙытҡанда 11 градусҡа тиклем һалҡын. Көндөҙ 2 градус һалҡындан 3 градусҡа тиклем йылы булыуы күҙаллана.
18 апрелдә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 4-9, урыны менән 14 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ иһә 3-8 градус йылы була.