Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2019, 16:13

Ағайым тирәктәре

Әҙәм балаһына тормош юлында кисергән ҡайғы-ғазаптарын, шатлыҡтарын олоғайған көнөндә ҡабат иҫенә алып, яңылышыу­ҙары һәм хаталары өсөн үкенеү, уйланыу хас. Һүҙем һуғыш осорона тура килгән бала сағыбыҙ һәм бер туған ағайым – Ғафури районының Ҡотлоғужа ауылы егете Миңләхмәт Вәхитов тураһында булыр.

Әҙәм балаһына тормош юлында кисергән ҡайғы-ғазаптарын, шатлыҡтарын олоғайған көнөндә ҡабат иҫенә алып, яңылышыу­ҙары һәм хаталары өсөн үкенеү, уйланыу хас. Һүҙем һуғыш осорона тура килгән бала сағыбыҙ һәм бер туған ағайым – Ғафури районының Ҡотлоғужа ауылы егете Миңләхмәт Вәхитов тураһында булыр.


Ағайым ун йәшлек сағында йортобоҙ алдына ике төп тирәк ултыртҡайны. Ул бик нескә күңелле, моңға бай булғандыр, сөнки егет ҡорона еткәс, ошо тирәктәр төбөндә кистәрен гармунда уйнап, йырлап ултыра торғайны. Шыйыҡ сыбыҡ ҡына тирәктәр, шифалы тупраҡтан һут алып, һомғол буйлы ағасҡа әйләнде.


Ағайым фронтҡа киткәндә, хужаһынан айырылырға теләмәгәндәй, моңайып ҡалған кеүек тойолдо был тирәктәр. Көҙ етһә, һары япраҡтары әсе елдәргә өйөрөлөп, шыптырлап ергә ҡойолдо. Гүйә, улар ҙа уның кире ҡайтмаҫын белгән…


Ҡәҙерле кешемде юғалтыу һағышы күңелдә шиғри юлдар булып ярала:

Тәбиғәттең уйсан сағы,

Бөтә донъя моңлана.

Тирәктәрең ботағынан

Япраҡ түгел, йәш тама…

Ағайым киткәндә тирәктәрен ҡосаҡлап: “Мине көтөгөҙ”, – тип әйтһә лә, береһенең ҡайырын саҡ ҡына асып:

Китһәм, ҡайта алмам инде,

Ҡабат ҡайтып һеҙҙең янға

Сәскә ата алмам инде, –

тип яҙып ҡалдырған. Күрәһең, күңеле һиҙгәндер, ут эсенә китте бит.


Ағайым тирәктәре күпме яҙҙарҙы күрҙе, күпме ботаҡтар йәйеп тармаҡланды, күпме ҡоштар уларға ҡунып һайраны, йәйен – йәшел, көҙөн һары япраҡтары ҡояш нурына ҡойондо. Ә шулай ҙа улар хужаһын һаман көттө.


Ағайым кавалерист ине. Бер хатында “Ялға туҡтап, аттарыма һыу эсерәм, үҙем һеҙҙе һәм тирәктәремде иҫемә төшөрәм, далала тирәк үҫмәй икән. Их, үҙебеҙҙең яҡ тәбиғәте! Иҫән-һау ҡайтһам, хуш еҫле тирәктәремде ҡосаҡлап, шатлығымдан илар инем… Бигерәк ныҡ һағынам шул бөтәгеҙҙе лә” тигән юлдар бар ине.


Туғайҙарҙа еләк бешкән,

Өҙөп ҡабайым әле.

Һағыныуҙарға тағы бер аҙ

Түҙеп ҡарайым әле, –

тип тә яҙғайны бер хатында.


Ә тормош туҡтап тормай, ул мәңгелек. Һәр яҙ һайын тәбиғәт йәшәрә, ғүмер уҙа, тирәктәр ҙә ҡартая, уларға быйыл 83 йәш. Ағайым иҫән булһа, әлеге ваҡытта 93 йәштә булыр ине. Ул 1926 йылғы, 17 йәше лә тулмайынса, үҫмер көйө фронтҡа китте. Ә тирәктәре һаман көтә, һөйләргә теле генә юҡ уларҙың...


Ауылымдан ситтә йәшәһәм дә, юл төшкән һайын, йәнемә яҡын, күңелдә әллә күпме хәтирәләр яңыртҡан тирәктәр янына барам. Һәр ваҡыт: “Һаумыһығыҙ, ағайым тирәктәре!” – тип өндәшеп баш эйәм. Ҡа­быҡ­тары ҡалынайып, ярылып, олпат ир-егет ҡартайған кеүек, бейек булып күккә ашып ултыралар. Йөҙйәшәр ағастарға ҡарап күҙҙәремә йәш тула. Ғәзиз кешемдең үҙ ҡулдары менән ултыртып беҙгә ҡал­дыр­ған иҫтәлеге, ҡәҙерле бүләге бит улар…


Ғафури районы,

Ҡотлоғужа ауылы
Читайте нас: