Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2019, 13:22

Бәхет сере — хәрәкәттә

Иман нуры сәсеп күңелдәргә.

Иман нуры сәсеп күңелдәргә.


Донъяла әҙәм балаһына бер нимә лә еңел генә бирелмәй. Шулай ҙа көслө рухлы, аҡ күңелле, күркәм холоҡло кешеләр ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙенең көсөнә таянып, матур, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлап, уңыштарға өлгәшә. Үҙе лә бәхетле булып, тирә-йүндәгеләргә лә иман нуры сәсеп йәшәй. Салауат районының Әлкә ауылының иң оло кешеһе — инде 90 йәшкә яҡынлашып килгән Мөнирә Мөжәһит ҡыҙы Мөсәғитова барыһына ла үрнәк булып тора. Оло йәштәге инәйебеҙ аҙна һайын йома намаҙына йөрөй, күп кенә яҡындарын да үҙ артынан әйҙәй. Әле һаман матур, һомғол буйлы, үҙ көнөн үҙе күрә, йорт ихатаһы ла күркәм, зауыҡлы, баҡсаһында сәскә, йәшелсә, емеш гөрләп үҫә.


“Мөнирә еңгә, һинең шундай егәр­ле, изгелекле, һау-таҙа булыуыңдың сере нимәлә?” тип һораһаң, ул: “Хәрәкәттә — бәрәкәт, балалар. Мин һәр ваҡыт хәрәкәттә. Ҡулым да, аяғым да тик тормай. Ғүмер буйы шулай булыуым ҡартлыҡта ла ярҙам итә. Тағы ла Аллаһ Тәғәләгә ышанам, уға ғына һыйынам, унан ғына ҡурҡам, тыйғандарынан тыйылып йәшәйем, ҡушҡандарын теүәл үтәргә тырышам. Һәр ваҡыт белгәндәремде уҡып, доға ҡылып йөрөйөм, яңы айҙарҙы ла изге доға, теләктәр менән ҡаршы алам, шуға ла Аллаһ Тәғәлә ярҙам итә, тип ышанам”, — тип яуап бирә.


Эйе, уның тормош юлын байҡаһаң, һәр һүҙенең дөрөҫлөгөнә ышанаһың. Мөнирә Мөсәғитова 1932 йылда Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылында тыуған. Атаһы Мөжәһит ағай Шәмсуллин менән әсәһе Сәхибә апай тәүге ҡыҙҙары тыуғас, бик шатланған, бәхетле ғүмер кисергән. Ике яҡтан да атайҙары — бик абруйлы, белемле хәҙрәттәр. Күркәм, ҙур йәшел ҡалай ябылған йорттары, ике ауылда ла мәсеттәре булған.


1932 йылда дин әһелдәренә ҡаршы аяуһыҙ репрессия башлана. Сабый ғына булған Мөнирәнең атаһы Мөжәһитте лә, олатаһы Шәмсулланы ла Өфөгә алып киткәндәр, улар шунан ҡайта алмаған. “Атҡандар” тигән хәбәр генә килгән. Был хәлдән һуң әсәһе Сәхибә ҡыҙы менән ауылына ата-әсәһе янына ҡайта, ләкин ундағы олатаһы Әхмәтғариф хәҙрәт Әсәҙуллинды ла “халыҡ дошманы” тип өйөнән ҡыуалар. Бөтә мал-мөлкәтен тартып алалар. Шулай ҙа үҙен кире ҡайтаралар. Оло йәштә булғанғалыр, күрәһең. Шунан ауыл халҡы бергәләшеп уға бәләкәй генә өй һалып бирә. Уның йортон тәүҙә колхоз идараһы, аҙаҡ мәктәп итәләр.


Әхмәтғарифтың биш балаһы төрлө яҡҡа тарала, сөнки “халыҡ дошманы” балаларына йәшәү бик ауыр була. Дүрт ағаһы Әфтәх, Фәтих, Рәсүл, Хәбиб менән Сәхибә Свердловск, Өфө ҡалаларында урынлаша. Ә бәләкәй Мөнирә өләсәһе Фәтихә Тимербулат ҡыҙында ҡала.


— Өләсәйем бик уңған, ипле, дини кеше ине, мине яҡшы итеп тәрбиәләне, – тип хәтерләй Мөнирә еңгә. Бер биш-алты йәштәремдә әсәйем Өфөгә алып ҡайтты, ләкин унда тормош насар, ашарға ла, кейергә лә наҡыҫ. Һуғыш башланғас, бигерәк тә ауыр булды. Мин шуға уҡырға һуңлап, 1942 йылда ғына барҙым. Өфөлә II класты тамамлағас, өләсәйемә кире ҡайтарҙылар. Уның янында донъя бөтөн, ул йәшелсә үҫтерә, һыйыры, тауыҡтары бар. Шулай итеп өләсәйем янында IX класҡа тиклем уҡыным. Ул мине хеҙмәт һөйөргә, баҡса, төрлө ҡул эштәренә өйрәтте: сигергә, селтәр, бейәләй, ойоҡбаш бәйләргә — барыһына ла өләсәйем өлгө булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, IX класты тамамлауға, ул вафат булып ҡалды, миңә мәктәпте интернатта уҡып тамамларға тура килде. Ҡулыма аттестат алғас, Өфөгә әсәйем янына килеп, унда яңы асылған медицина училищеһына уҡырға индем. Уны бик тырышып уҡып, яҡшы билдәләргә тамамланым, – тип уртаҡлаша күңел сәхифәләре менән ағинәйебеҙ.


Дипломлы белгесте 1953 йылдың август айында Салауат районына эшкә ебәрәләр. “Йә Шәрип, йә Иҙрис ауылына бар” тигәстәр, ул тимер юлға яҡыныраҡ тип Иҙристе һайлай. Ә ул — тау-таш араһындағы төпкөл ауыл. Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан. Унда фельдшер пункты ла булмаған икән. Бөтә эште үҙенә башларға тура килә. Кәбирә исемле апайҙың иҫке йортон бина итеп, ат егеп Ҡыҙырбаҡ комбинатынан кәрәк-яраҡ тейәп алып ҡайтып, хеҙмәтен башлап ебәрә һәм 35 йыл ошо ауылда фельдшер була.

Халыҡ сибәр, белемле ҡыҙҙы үҙ итә, ҡулының тылсымынан, яғымлы һүҙенән дауа таба. Тирә-яҡтағы урыҫ утарҙары халҡын да ҡарай йәш фельдшер.


1958 йылда Радик Килдейәров ағай менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Йорт һалып керәләр, бер-бер артлы дүрт ҡыҙға ғүмер бирәләр. Рида, Рима, Роза, Фәнүзә бик аҡыллы, теремек булып үҫә. Ләкин Иҙрис ауылында башланғыс мәктәп кенә, күрше Әлкәгә йөрөп уҡырға кәрәк. Ҡыҙҙарын йәлләп, улар Әлкә ауылына күсеп килә, әммә Мөнирә еңгә иҙристәрҙе ташламай, 15 йыл буйы йөрөп эшләй. Ҡышҡы буранмы, әсе, һыуыҡ ҡойма ямғырмы, эҫе селләме, ул көн һайын юлда. Мине көтәләрҙер, мин кәрәкмендер, тип эшкә йүгерә. Юлда бүре лә осрай, егеп йөрөгән аты менән дә төрлө бәләләр булып тора, әммә Хоҙай уны һәр ваҡыт аралай.

Бына хәҙер Мөнирә еңгә яңғыҙы ғына ғүмер кисерә. Апрель айында Радик ағай баҡыйлыҡҡа күсте, 60 йыл бергә йәшәүҙәре күңелле хәтирәләр генә ҡалдырғандыр, үрнәкле ғаилә булып йәшәнеләр. Радик ағай ҙа тиктормаҫ, шаян һүҙле, бик уңған кеше ине. Тракторсы, комбайнсы, бригадир, гараж мөдире, ауыл хакимиәте рәйесе булып та эшләне.


Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә кинәндереп кенә тора. Оло ҡыҙы Рида Әлкә ауылында йәшәй, Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ике бала әсәһе. Ул әсәһенә күрше генә йәшәй, бөгөн Мөнирә еңгәнең терәк-таянысы.


Икенсе ҡыҙы Рима Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында ғү­мер итә, математика уҡытыусыһы, тормош иптәше Рәил менән ике ул үҫтерҙеләр.


Роза менән Фәнүзә Бүздәктә йәшәй. Икеһе лә балалар баҡсаһында эшләй, икешәр ул үҫтерә, ғаиләләре ныҡлы, тормоштары етеш.

— Балалар өҙөлмәй минән, береһе китһә, береһе килеп, хәлемде белешеп кенә тора, – тип шатлана ағинәйебеҙ.


Һәр саҡ шулай алсаҡ, бәхетле булып ҡал, Мөнирә еңгә, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтендә, уларҙың игелек­тә­рен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һиңә.


Салауат районы
Читайте нас: