Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2019, 14:16

Этеш-төртөш була ҡалһа, бөттө баш!

Уҙған ял көндәрендә Ҡаҙағстандың Нур-Солтан (Астана) ҡалаһындағы “Хан-Сатыр” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә саҡ бәлә булмай ҡала. Унда популяр йырсылар Раим менән Артур бушлай сығыш яһай.

Уҙған ял көндәрендә Ҡаҙағстандың Нур-Солтан (Астана) ҡалаһындағы “Хан-Сатыр” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә саҡ бәлә булмай ҡала. Унда популяр йырсылар Раим менән Артур бушлай сығыш яһай.


Тамаша мәлендә халыҡ шул тиклем күп була, баҫырлыҡ та урын ҡалмай. Һаҡсылар шашынған төркөмдө саҡ-саҡ тыйып тора. Ундағы кешеләр һөйләүенсә, бик ҡурҡыныс була. Бер-бер хәл тыуа ҡалһа, этеш-төртөштә әллә күпме тамашасы зыян күрер, үҙҙәрен ҡырағайҙарса тотҡан кешеләр бер-береһен тапап бөтөрөр ине.


Сауҙа үҙәге концерт залы түгел. Бындай урындарҙа популяр артистарҙың сығыш яһауы хәүефле. Ә Раим менән Артур “Инстаграм”да концерт ҡараған халыҡ һаны буйынса рекорд ҡуйыуҙары менән маҡтанған...


Фото: timeskz.kz
Читайте нас: