Күгәрсен районында бер меңгә яҡын бала иртән дәрескә мәктәп автобустарында бара. Уларҙың хәүефһеҙлеге һәм уҡыуға ваҡытында килеп етеүе өсөн 26 шофер яуап бирә.
Күптән түгел районда беренсе тапҡыр мәктәп автобустары шоферҙары араһында һөнәри конкурс уҙғарылды. Уны район мәғариф бүлеге дәүләт автоинспекцияһы ДОСААФ менән берлектә ойошторғайны.
Автобус йөрөтөүселәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү, табипҡа тиклемге тәүге ашығыс ярҙамды күрһәтеү, тиҙлеккә маневр яһау буйынса һынау үтте. Һөҙөмтәлә Мораҡтағы 1-се урта мәктәптән А. Ғүмәров – беренсе, Күгәрсен ауылы мәктәбенән З. Абдуллин – икенсе, Теләүембәт мәктәбе шоферы И. Алтынбаев өсөнсө урынды яуланы. Тәүге ике урында алыусылар республика конкурсында ла ҡатнашасаҡ.
Фото: Күгәрсен районы хакимиәте сайтынан