Дүртөйлө районы хакимиәте етәкселәре һәм белгестәре халыҡ менән сираттағы йыйынды Тәкәрлек ауыл биләмәһенең Иванай ауылында үткәрҙе.
Ун ауылды үҙ ҡанаты аҫтында алған биләмә — иң ҙурҙарҙың береһе. Дүрт меңдән ашыу кеше ошо төбәктә тамырланып донъя көтә, балалар үҫтерә. Йыйында күтәрелгән мәсьәләләр төрлө булһа ла, барыһы ла халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләренә ҡағылды. Законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатыу, янғынға ҡаршы сараларҙы үтәү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү элеккесә көнүҙәк булып ҡала.
Йыйында ҡатнашыусылар халыҡтың үҙҙәренә әүҙемлек күрһәтергә, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашырға саҡырҙы. Йәнле һөйләшеү һәм йыш осрашыуҙар иң ҡырҡыу мәсьәләне лә ыңғай хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан