Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2019, 17:32

Владимир кенәз менән Мостай Кәрим араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

Түбәнге Новгородтағы “Красное Сормово” заводында дүрт палубалы теплоход төҙөлә. Бының буйынса эш 2017 йылда башлана.

Түбәнге Новгородтағы “Красное Сормово” заводында дүрт палубалы теплоход төҙөлә. Бының буйынса эш 2017 йылда башлана.


Иң элек “Кенәз Владимир” тип аталған судноға быйыл яҙ операторҙың директорҙар советы ҡарары менән башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең исеме бирелә. Уның оҙонлоғо – 141 метр, киңлеге – 16,8, бортының бейеклеге 5 метр буласаҡ, тиҙлеге сәғәтенә 25 километр тәшкил итәсәк.


Экипаж менән хеҙмәтләндереүсе персонал иҫәбе иһә – 76 кеше. Лайнер 338 пассажирҙы ултырта ала. Бында уңайлы каюталар, ресторан, музыкаль салон, бар, интернет-офис, балалар өсөн уйын бүлмәһе, спорт-һауытырыу комплексы бар.

“Мостай Кәрим” теплоходы киләһе йылдың майында юлға сыға, тип күҙаллана.


Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан
Читайте нас: