“Был тормошта ҡыуаныу һәм алға барыу өсөн миллион сәбәп бар”, – ти Марат.
“Эшләнем, уҡыным, өйләнергә йыйына инем... Пассажир урынында ойоп китеп барам, дуҫым – автомобиль рулендә. Ҡапыл күҙемде асып ебәрҙем, “КамАЗ”-дың ҡыҙыл кабинаһын ғына иҫләйем... Аңыма килгәндә, бөтә тәнем түҙеп торғоһоҙ итеп һыҙлай, аяҡ-ҡулдарым тыңлашмай. Шул саҡта тормошом икегә бүленде: 2006 йылдағы фажиғәгә тиклем һәм унан һуң...”
Ҡасан йөрөй башлаясаҡмын?
Марат табиптан: “Ҡасан йөрөй башлаясаҡмын?” – тип һорай. “Умыртҡа һөйәгенең муйын бүлеге һынған, арҡа мейеһе көслө йәрәхәтләнгән” тигән диагноз ҡуйылған пациентҡа табиптар: “Йөрөү түгел, ултырыу тураһында ла хыялланма”, – ти. Шул саҡта егеттең сәме уяна һәм ул үҙенә “мин барыбер йөрөйәсәкмен” тигән маҡсат ҡуя. Әсәһе иһә түшәккә ятҡан улын яңғыҙ ҡалдырмай: көнө-төнө янында була, ярҙам итә.
– Яйлап ҡына күнекмәләр эшләй башланым. Минең бәхеткә яҡшы инструктор эләкте. Тәүлегенә 12-шәр сәғәт шөғөлләндем. Күнекмәне бер төрлө генә итеп эшләһәң, организм шуға күнегә, яраҡлаша. Шуға ла үҙеңдең мөмкинлегеңдән сығып, был сикте үҫтереү мөһим. Күнекмәләрҙе бер туҡтауһыҙ эшләргә кәрәк. Баҫҡыстан менгән саҡта миңә кешеләр лифтта күтәрелергә тәҡдим итә. Баҫҡыс – бик файҙалы, нәтижәле тренажерҙарҙың береһе. Минең хәрәкәт итеү мөмкинлегем сикләнгән, ә һыуҙа үҙеңде ирекле тояһың, – тип ул үҙенең һауығыу серҙәре менән ихлас уртаҡлашты.
Татарстандың Баулы ҡалаһында тыуып үҫкән Марат Мөҙәрис улы Ильясов Октябрьский нефть колледжын тамамлай. Ҡулына диплом алған егет “Баулынефть” предприятиеһының ер аҫты скважиналарын ремонтлау цехына оператор булып эшкә урынлаша. Алты айҙан һуң уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Армиянан ҡайтҡас та ул элекке эшенә кире ҡайта. Бер йылдан һуң Мәскәүгә барып, университетҡа уҡырға инә. Тормошо ал да гөл бара. Тик бер көн килеп яҙмышы селпәрәмә килә: эшен юғалта, аварияға сәбәпсе булған дуҫы уға ярҙам итеүҙән баш тарта, яратҡан ҡыҙы ташлай...
Даими дауаланыу, реабилитация, операциялар ҙур сығымдар талап итә. Тәүге йылда ул ун ай буйы дауаханала ята. Ошондай ауыр минуттарҙа туғандары, дуҫтары, таныштары ярҙамға килә. Яңынан аяҡҡа баҫыуҙа Аллаһ Тәғәлә ярҙамына ла ныҡ ышана.
– Иң мөһиме – килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын үҙеңдә эҙләргә һәм тәүге аҙымдар яһарға ихтыяр көсө табырға кәрәк. Әлбиттә, бик ауыр, ҡайһы саҡта бөтөнләй килеп сыҡмаҫтай тойола, икеләнеүҙәр, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү, һыҙланыуҙар солғап ала. Шул минуттарҙа үҙеңә ышанысты юғалтырға ярамай һәм алға барыуҙы дауам итергә кәрәк. Миңә рухи яҡтан психолог, психотерапевт Виктор Франклдың “Сказать жизни Да” китабы ла ныҡ ярҙам итте.
Аллаһ Тәғәлә миңә ҙур көс бирә. Кешеләр күп осраҡта мәсеткә нимәлер һорарға йөрөй, ә мин уға рәхмәт әйтергә барам. Уның көсөнә ышанып, ысынлап та, мөғжизәләр эшләйһең. Мин үҙемә, кешеләргә ышанам. Шул уҡ ваҡытта ышаныу ғына аҙ, ә эшләргә кәрәк, – ти Марат.
Эйе, барыһы ла егет уйлағанса бармай, әммә түшәктән тора алмаған беренсе төркөм инвалиды төшөнкөлөккә бирелмәй. Үҙе тирәһендә барған ваҡиғалар ҙа уның рухын һындыра алмай, тырышлығы, ныҡышмалылығы алға әйҙәй. Үҙ өҫтөндә даими шөғөлләнеү, күнекмәләр һөҙөмтәһендә ул аяҡҡа баҫыуға өлгәшә.
– Инвалидтың үҙенә генә эске ҡаршылыҡтарын еңеүе бик ауыр. Рухи һәм психологик ярҙам булмағанда, физик күнекмәләр эшләп кенә аяҡҡа баҫыу мөмкин түгел. Реабилитациялау ваҡытында икеһе лә бергә алып барылырға тейеш, – ти егет.
Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ
Марат Ильясов үҙ миҫалында был хәҡиҡәтте тирә-яҡтағыларға тағы ла берҙе иҫбатланы. Физик мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, ул ике юғары белем ала: Мәскәү дәүләт асыҡ һәм Ҡазан дәүләт медицина университеттарын тамамлай. Ошо йылдарҙа реабилитациялау өсөн махсуслашҡан тренажерҙарҙың 15 төрөн уйлап таба. Әле уларҙы ҡулланып, инвалидтар өсөн тренажер залын асыу проектын ғәмәлгә ашырыу өҫтөндә тир түгә. Шулай уҡ ун ике йыл дауамында туҡтауһыҙ уҙғарған күнекмәләре тәжрибәһенә таянып, ул ҡорола һәм һыуҙа реабилитациялау күнекмәләре тупланмаһын әҙерләгән.
Мараттың тырышлығы, еңмешлеге ыңғай һөҙөмтә биргән: хәҙер ул үҙе йөрөй, үҙ-үҙен ҡарарлыҡ хәлдә. Кеше ғүмеренең ни тиклем ҡәҙерле һәм тормоштоң матур булыуын аңлаған егеттең һәр минуты иҫәпле, график менән йәшәй. Әле лә әсәһе Ғәйшә Заһит ҡыҙы ярҙамында үҙенең өҫтөндә эшләүен дауам итә.
Марат Мөҙәрис улы үҙе кеүек мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү маҡсатында коммерцияға ҡарамаған “Мин булдырам” ойошмаһын асҡан. Унда мөмкинлектәре сикләнгән төрлө йәштәге граждандар реабилитациялау курсын үтә. Әлбиттә, был эш ҙур сығымдар ҙа талап итә. Шуға ла егет һуңғы йылдарҙа грант ҡына түгел, башҡа сығанаҡтарҙы ла йәлеп итеү йүнәлешендә әүҙем эшләй.
– Минең хыялым – үҙем кеүек ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү. Ошо маҡсатты ғәмәлгә ашырыу өсөн, аҙнаһына бер тапҡыр тапшырыу әҙерләп, эфирға сығарырға кәрәк. Был ҡиммәтле реабилитация курсын үтә алмағандарға йорт шарттарында шөғөлләнеү өсөн күнекмәләрҙе һәм методиканы еткереү мөмкинлеген тыуҙырыр ине. Мин биш йылға яҡын үҙем эшләгән күнекмәләрҙе видеоға төшөрөп барҙым, – ти Марат Ильясов.
Быға тиклем һүрәт төшөрөргә, һыҙымдар менән булышырға яратмаған егеттең башына төшкән бәлә уның конструкторлыҡ һәләтен дә аса: Марат реабилитациялау өсөн талап ителгән тренажерҙарҙың һыҙмаһын әҙерләй башлай. 2017 йылда иһә “Мин бөтәһен дә эшләй алам!” проектын тәҡдим итеп, “Татнефть” йәмғиәтенең грантын ота.
Былтыр ул тәҡдим иткән проект Рәсәй Президенты гранты фондының икенсе конкурсында еңеп сыҡҡан. Шулай уҡ “Үҙең аяҡҡа баҫҡас – икенсегә ярҙам ит” проекты ла “БлагоДарение” мәрхәмәтлек фондының конкурсында еңеү яулай.
Матурлыҡ донъяны ҡотҡара, тиҙәр, ә мин был юлдарға “изгелек” һүҙен дә өҫтәр инем. Әгәр Марат Ильясов кеүек ауыр хәлгә тарығандар үҙ бәләһе менән яңғыҙ тороп ҡалһа, бәлки, уны йырып сығыу мөмкин дә булмаҫ ине. Арабыҙҙа битараф булмағандар бар һәм буласаҡ. Егеткә лә Баулы ҡала хакимиәте, Дәүләт Думаһы депутаты Ришат Әбүбәкиров, дуҫтары, туғандары, күршеләре һәм башҡа изге йөрәкле бик күп кеше ярҙам ҡулы һуҙа. Ошо арҡала ул, Германияға өс тапҡыр барып, дауаланыу мөмкинлеген ала. Фажиғәгә тиклем Марат ипотекаға фатир алған була. Түшәккә ятҡас, бурысты ҡаплау мәсьәләһе килеп тыуа. Уны ла республика президенты һәм урындағы ҡала хакимиәте ярҙамында хәл итәләр.
Әле лә Баулы ҡала хакимиәте һәм “БлагоДарение” мәрхәмәтлек фонды Марат Ильясовҡа реабилитациялау үҙәген асыуға бинаны ҡуртымға алыуҙа һәм ремонт мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙған. Бөгөн ремонт эштәре бара. Шулай уҡ Мараттың мөмкинлектәре сикләнгәндәргә реабилитациялау тренажерҙары эшләү проектын ғәмәлгә ашырыуҙа Белорет районының Сермән ауылындағы “Урал спорт ҡорамалдары заводы” һәм Татарстандағы “Бөгөлмә машиналар эшләү заводы” предприятиелары ҡатнаша.