Учалы уҙаманы, төп эшенән тыш, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй.
Учалыла Мозафар Ҡадировты аяғында ныҡлы баҫып торған крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе булараҡ яҡшы беләләр. Ул Ҡарт Муйнаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Атаһы Харис Рәүил улы ғүмере буйы совхозда хеҙмәт итә, алдынғы тракторсы була, малсылыҡта ла эшләп ала. Әсәһе Шәмсеҡәмәр Абдрахман ҡыҙы ла совхозда тир түгә.
Техниканы биш бармағы кеүек белә
Ауылда тыуған һәр бала кеүек, Мозафар ҙа кесе йәштән эшкә күндәм, егәрле булып буй еткерә. Ҡарт Муйнаҡта башланғыс мәктәп кенә булғас, күрше Комсомольск ҡасабаһына йөрөп уҡый ул. Көн дә биш километр араны күп осраҡта йәйәүләп, йүгереп үтеү егетте физик яҡтан нығыта, сыныҡтыра.
Мәктәпте тамамлағас, Өфөнөң Дим биҫтәһендәге тимер юл училищеһына уҡырға йүнәлә, әммә ығы-зығылы ҡала тормошо үҙенеке түгеллеген тиҙ аңлай егет. Ҡайтып, тракторсылар курсын тамамлап, әрмегә тиклем “Поляковка” совхозына эшкә урынлаша. Һалдат бурысын Алыҫ Көнсығышта үтәп ҡайтҡас, Учалы тау-металлургия техникумына уҡырға инә. Унда механик һөнәрен үҙләштереп, совхозда тракторсы булып эш башлай. Техниканы биш бармағы кеүек яҡшы белгән тырыш егетте бригадир, механик, һуңғараҡ баш инженер итеп үрләтәләр.
– Хужалыҡҡа эшлекле, талапсан, үҙ эштәрен яҡшы белгән етәкселәр идара итте. Марс Камаловтан, мәрхүм Зәки Билаловтан күп нәмәгә өйрәндем, – тип иҫләй әңгәмәсем.
2005 йылда совхоз тарҡалып, ете фермер хужалығына бүленә. Ауыл хужалығы өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплаған Мозафар Ҡадиров та юғалып ҡалмай, ферма бинаһын, гаражды, МТМ-ды, ҡаҙанлыҡты, ерҙе ҡуртымға алып, крәҫтиән (фермер) хужалығы асырға батырсылыҡ итә. Эшһеҙ ҡалған хеҙмәткәрҙәрҙең байтағына эш урындары булдыра.
Ауыл хужалығы тармағы еңелдән түгел, өҫтәүенә был өлкәлә тиҙ генә тейешенсә килем дә алып булмай. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Мозафар Ҡадир улы эште бер нисә йүнәлештә башлап ебәрә. Баштараҡ иген дә сәсәләр, мал да үрсетәләр, ҡымыҙ ҙа әҙерләйҙәр. Был яҡтарҙа баҫыуҙар, көтөүлектәр иркен, бесәнлектәр күп. Бөгөн крәҫтиән (фермер) хужалығы башҡорт тоҡомло ат үрсетеү менән ныҡлап шөғөлләнә. Малҡайҙарҙың һаны 200 башҡа еткән.
– Башҡорт тоҡомло аттар бик сыҙамлы, ҡышын улар тибенлектә йөрөй, ҡолонларға ваҡыттары етһә генә ваҡытлыса ҡураға бикләйбеҙ, – ти фермер.
Хужалыҡ малдарҙы башлыса ит өсөн аҫрай. Саф, тәбиғи продукцияны хатта сит өлкәләрҙән дә килеп алалар.
Былтыр Ғафури районынан эш башлаусы фермер 30 баш йылҡыны тоҡомсолоҡ хужалығын ойоштороу маҡсатында һатып алған. КФХ урман эше менән дә шөғөлләнә, пилорамалары ла бар. Заказ буйынса халыҡҡа бура бурайҙар, таҡта яралар, утын әҙерләйҙәр. МТМ-ла урындағы халыҡ техникаһын ремонтлай. Ҡасабаның социаль-мәҙәни учреждениелары хужалыҡ ҡаҙанлығынан йылытыла.
Дөйөмләштереп әйткәндә, ауыл ерендә ниндәй эш бар, барыһын да башҡара хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре. 16 кеше штатта иҫәпләнһә, миҙгелле эштәр ваҡытында өҫтәмә урындар ҙа булдырыла. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы менән дә коллектив килешеү төҙөлгән, профком һайланған. 2017 йылда республика кимәлендә хужалыҡтың коллектив килешеүе иң яҡшы өсәү араһына инә.
КФХ-ның биш тракторы, бер йөк машинаһы, тейәгестәре, арбалары бар. Әйткәндәй, техника һатып алғанда, кредиттарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә.
Мозафар Харис улы төп эшенән тыш, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Бынан ике йыл элек тыуған еренең ысын патриотын яҡташтары район советы депутаты итеп һайлай. Ике ауыл советына ҡараған егерме ауылды берләштергән иң ҙур округтарҙың береһе өсөн яуаплы ул.
Сер түгел, ғәҙәттә, район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ултыраҡтарға иғтибар етеңкерәмәй. Халыҡты борсоған проблемаларҙы район етәкселегенә еткереп, уларҙың көнкүреш шарттарын, социаль-мәҙәни учреждениеларҙың матди хәлен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүлә депутат. Һуңғы ваҡытта өс ауыл клубының капиталь ремонтланыуында уның да өлөшө бар.
Былтыр Мозафар Харис улы инициативаһы менән районда Барын-Табын ырыуы йыйыны ойошторола. Үҙ тамырҙарыңды, ата-бабалар тарихын белеү бигерәк тә йәш быуын өсөн мөһим икәнлеген яҡшы аңлай ул.
Йыйында милли спорт ярыштарына ҙур урын бүленә. Ат сабышы, “Ылаҡ” уйыны, мәргән уҡсылар, көрәш бәйгеләре ойошторола. Ярыштарҙың күбеһендә бағыусы булараҡ сығыш яһай Мозафар Харисов. Әйткәндәй, ул үҙен ғәҙел һәм ярыш шарттарын яҡшы белгән судья булараҡ та танытҡан.
Райондың төньяғы иҫ киткес гүзәл тәбиғәте менән билдәле. Ҡарағайлы, Әүеш күлдәренән йәйгеһен ял итеүселәр өҙөлмәй. Ә биләмәләге Әүлиә һыуының даны күптән инде сит тарафтарҙа ла билдәле. Йылына бер тапҡыр – май-июнь баштарында ғына урғылып сыға ул. Ошо осорҙа меңәрләгән турист килеп, Әүеш тауына күтәрелеп, изге Әүлиә ерләнгән урынға зыярат ҡыла, шифалы һыуҙан ауыҙ итә. Данлыҡлы Яйыҡ йылғаһы ла ошо яҡтарҙа башлана, Ирәндек, Уй ташы тауҙары күптәрҙе арбай.
Киләсәктә Мозафар Ҡадиров тыуған ерендә туризмды үҫтереү теләге менән яна. Бының өсөн ул ауылдан бер нисә саҡрым алыҫлыҡтағы гүзәл тәбиғәтле урында туристар өсөн туҡталҡа эшләп ҡуйған. Тирмә формаһында төҙөлгән йорт, мунса башҡорт йәйләүен хәтерләтә, сығыш яһар өсөн сәхнә лә төҙөп ҡуйылған.
– Ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйлап, атта һыбай йөрөтөүҙе планлаштырабыҙ, һабантуй-йыйындарҙы ла бында уҙғарырға мөмкин буласаҡ, – ти фермер.
“Һәр уңышлы ир-ат артында ышаныслы ҡатын-ҡыҙ тора” тигән халыҡ әйтеме менән килешмәй булмай. Ирен һәр ваҡыт аңлап, яғымлы һүҙе, кәңәштәре менән ярҙам итеп торған ҡатыны Әлфиә Сарим ҡыҙы булмаһа, кем белә, бәлки, Мозафар Харис улы бындай уңыштарға өлгәшә лә алмаҫ ине. Ғаилә башлығы көноҙоно үҙ эшенән бушамағас, бар донъяуи мәшәҡәттәр ҡатыны иңендә. Әлбиттә, был еңел түгел, әммә тырыш ҡатын барыһын да булдыра. Кәртә-ҡураһы тулы мал, ҡош-ҡорт, үҙҙәре һалып сыҡҡан ҙур йорттарында һәр ваҡыт йәм һәм тәртип.
Ҡадировтар өс балаға ғүмер биргән. Өсәүһе лә үҙҙәренә оҡшап егәрле, йүнсел, тырыш. Оло улдары Булат ғаилә ҡороп, үҙе атай булған, Силәбе ҡалаһында төпләнеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ейән менән ейәнсәрҙәренең ялға ҡунаҡҡа килгәндәрен түҙемһеҙләнеп көтөп ала олатай менән өләсәй.
Ҡыҙҙары Аида, Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге академияны ҡыҙыл дипломға тамамлап, Өфөлә “Роснефть” компанияһында инженер булып эшләп йөрөй.
Кинйә улдары Байрас IX класта белем ала, бигерәк тә теүәл фәндәрҙән һәйбәт өлгәшә ул, киләсәктә программист булыу хыялы менән яна. Йорт эштәрендә ата-әсәнең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы ла үҫмер.
Ғаилә сәләмәт тормош яҡлы. Мозафар Харис улы үҫмер сағында бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулай, әле лә буш ваҡытында һыбай йөрөргә ярата. Улдары ла спорт менән дуҫ. Әйткәндәй, хужалыҡтың “Солтан” ҡушаматлы ярыш аты район һабантуйында йыл һайын беренселекте бирмәй.
Балаларын иманлы, башҡорт рухында тәрбиәләргә тырыша Ҡадировтар. Бөгөн тыуған ауылы Ҡарт Муйнаҡта мәсет төҙөүгә ҙур өлөш тә индерә эшҡыуар.
Мозафар Ҡадировтың һөҙөмтәле эшмәкәрлеген төрлө кимәлдәге әллә күпме грамота, маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Күптән түгел уны “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн” билдәһе менән дә бүләкләнеләр. Әммә ир-уҙаман өсөн иң юғары награда – намыҫлы эше һәм изге ғәмәлдәре өсөн күрһәтелгән яҡташтарының хөрмәте.