Халыҡҡа хеҙмәт итеүе менән башҡаларҙың күңелен елкендереүсе шәхестәребеҙ күп һәм улар һәммәбеҙгә лә өлгө. Мәҫәлән, БАССР-ҙың атҡаҙанған урман хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Руф Сурағоловтың эшмәкәрлеге Өфө урман-техник хужалығы техникумы менән тығыҙ бәйләнгән. Ошо көндәрҙә белем усағында Руф Сабир улына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Өфө урман-техник хужалығы колледжы директоры Хәлит Сөләймәновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, белем биреү учреждениеһында төрлө саралар даими ойошторола, тап Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейында арҙаҡлы шәхес Руф Сабир улына бағышланған ғилми-ғәмәли конференцияның үтеүе ҙур мәртәбә.
– Руф Сурағолов тормош иптәшем генә түгел, ә ысынында фекерҙәшем дә ине, бик бәхетле йәшәнек һәм төрлө уй-ниттәрҙе бергәләшеп тормошҡа ашырҙыҡ, – ти ғалимдың ҡатыны Зилә Солтан ҡыҙы.
Фото: Өфө урман-техник хужалығы техникумы сайтынан.