Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Беренсе Ҡатын-ҡыҙҙар бизнес-форумы бара.
Сарала ҡатнашыусыларҙы республика етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова тәбрикләне.
Форумға төбәгебеҙҙең алдынғы ҡарашлы, уңышҡа өлгәшкән эшҡыуарҙары йыйылған, шулай уҡ Мәскәүҙән спикерҙар килгән.
Ҡунаҡтар араһынан БМО-ның сәнәғәтте үҫтереү буйынса ЮНИДО ойошмаһынан Вероника Пешкова, “Фармленд” компанияһының генераль директоры Аделя Кальметьева һәм башҡалар уңыш серҙәре менән уртаҡлашты.