Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 18:24

Беҙ – тәүге тиҫтәлә

Башҡортостан социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар буйынса Рәсәй төбәктәренең тәүге тиҫтәһенә ингән. Был турала 18 апрелдә Сочиҙа Президент гранттары фонды форумында Иҡтисади үҫеш министрлығының Стратегик үҫеш һәм инновациялар департаменты директоры Артем Щадрин хәбәр итте.

Спикер социаль өлкәләге ошондай ойошмаларҙың һөҙөмтәле практикалары тураһында һөйләне. Уларға ҡан донорлығы, паллиатив ярҙам, һәйкәлдәрҙе реставрациялау проекттары инә. Департамент етәксеһе әйтеүенсә, күп кенә өлкәләрҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар муниципаль бюджет учреждениеларына ҡарағанда һөҙөмтәлерәк эшләй.
Президент гранттары фондының генераль директоры Илья Чукалин иһә гранттар конкурсында ла Башҡортостандағы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың юғары әүҙемлеген билдәләне.
Читайте нас: