Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 18:13

Донорҙарға ҡытлыҡ юҡ

Һуңғы ваҡытта Интернетта, киң мәғлүмәт сараларында фажиғәгә тарығандарға һәм сирлеләргә ашығыс ҡан биреү тураһындағы мәғлүмәттәр күбәйҙе. Ошо хәл айҡанлы, Республика ҡан биреү үҙәге түбәндәгеләрҙе хәбәр итә.

Һуңғы ваҡытта Интернетта, киң мәғлүмәт сараларында фажиғәгә тарығандарға һәм сирлеләргә ашығыс ҡан биреү тураһындағы мәғлүмәттәр күбәйҙе. Ошо хәл айҡанлы, Республика ҡан биреү үҙәге түбәндәгеләрҙе хәбәр итә.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда донорҙарға ҡытлыҡ юҡ. Көн һайын меңгә яҡын кеше Республика ҡан биреү станцияһына һәм уның филиалдарына ҡан биреү өсөн мөрәжәғәт итә. Медицина ойошмаларына ҡан компоненттарын әҙерләү һәм уларға мохтажлыҡ даими контролдә тотола. Өҫтәүенә, гемотрансфузия сараларының туҡтауһыҙ тулыландырылып тороуы республикалағы медицина ойошмаларының ҡандың юғары сифатлы һәм инфекция йәһәтенән хәүефһеҙ компоненттары менән тулыһынса, өҙлөкһөҙ тәьмин ителеүен раҫлай.
Әгәр һеҙ ҡан донорлығы тураһында берәй хәбәр ишетһәгеҙ, ялған мәғлүмәттәрҙе таратмау һәм дөрөҫ мәғлүмәттәргә хәбәрҙар булыу өсөн Республика ҡан биреү үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Бәйләнеш өсөн телефондар: Республика ҡан биреү үҙәгенең баш табибы Хәмитов Рәмил Ғәлинур улы: 8(347)200-94-01 (өҫтәмә һан 102); баш табип урынбаҫары Стрельникова Елена Васильевна: 8(347)200-94-01 (өҫтәмә һан 103) ; баш табиптың ойоштороу-методик эштәре буйынса урынбаҫары Рафаэль Зөлфиҡәр улы Зиятдинов: 8(347)200-94-01 (өҫтәмә һан 109).
Читайте нас: