Теүәл ике аҙнанан мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы башлана. Быйыл ул 6 майға тура килә. Был көндө хаҡ мосолмандар ураҙа тота башлай.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты изге айҙағы түләүҙәр күләмен билдәләгән. Уға мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин менән рәйестең беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов ҡул ҡуйған.
Шулай итеп, быйыл фытыр саҙаҡаһы аҙ тәьмин ителгән мосолмандар өсөн 50 һум тәшкил итәсәк (һәр ғаилә ағзаһына). Уртаса килемлеләр өсөн – бер кешенән 150 һум. Хәлле кешеләр – 300-әр һум түләргә тейеш. Һаулығы буйынса ураҙа тота алмаған кешеләр көнөнә 180 һумдан фиҙиә түләй. Тулы ай өсөн ул 5220 һум тәшки итәсәк.
Республикала нисәб 224 000 һум күләмендә билдәләнгән. Унан зәҡәт 5600 һум (2,5%) килеп сыға. Әгәр диндарҙың ундай аҡсаһы булмаһа, ул зәҡәт түләмәй.
Республиканың Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, зәҡәт, фытыр саҙаҡаһы һәм фидиә 2018 йылдағы кеүек үк ҡалған.