Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2019, 17:08

Баҡса һатам, алаһыңмы?

Аналитиктар әйтеүенсә, ҡаланан ситтәге йорттарын һатырға теләүселәр һаны артҡан. Ә һатып алыусылар һаны кәмей.

Аналитиктар әйтеүенсә, ҡаланан ситтәге йорттарын һатырға теләүселәр һаны артҡан. Ә һатып алыусылар һаны кәмей.
Уларҙың фекеренсә, был — дача амнистияһының эҙемтәһе, киләсәктә яңы ҡағиҙәләр буйынса йорт өсөн һалым түләргә кәрәк буласаҡ.


“Авито Күсемһеҙ милек” сауҙа порталы аналитиктары иҫәпләүенсә, быйыл беренсе кварталда дача һатыу тураһында тәҡдимдәр 21,9 процентҡа артҡан, өҫтәүенә хаҡтары ла арзаная. Рәсәйҙәр өсөн баҡса элек-электән яратҡан ял итеү урыны булһа, хәҙер закондағы яңы үҙгәрештәр уларҙан ҡотолоуҙы мәжбүр итә, тип иҫәпләй тикшеренеүселәр.



Михаил Мордасов фотоһы. РИА-новости сайты.
Читайте нас: