Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2019, 12:25

Биш йүнәлеш тә мөһим

Йәмәғәтселек транспорты мәсьәләләрен хәл итеү нисек бара?

Йәмәғәтселек транспорты мәсьәләләрен хәл итеү нисек бара?
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, республикала йәмәғәт транспортында тәртип булдырыу, уны халыҡ өсөн уңайлыраҡ, ҡаҙна өсөн отошлораҡ итеү буйынса эш бара. Республика Хөкүмәтенең күптән түгел булып уҙған ултырышында ла ошо мәсьәлә
тикшерелде.
– Был эш биш йүнәлештә алып барыла, – тине, ултырышта сығыш яһап, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов. – Барыһынан элек, рөхсәтһеҙ эшләгән автобустарҙы пассажирҙар ташыу процесынан ситләтеү талап ителә. Өфөлә, мәҫәлән, был күр­һәт­кес бәләкәй класлы 1 400 автобусты тәшкил итте, шуның 700 самаһы берәмеге рәсми ташыусыларҙың маршруттарына бүлеп бирелде. Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә алмаған газ баллондары менән йыһазландырылған 220 бәләкәй автобус хәрәкәттән туҡтатылған, йыл аҙағына саҡлы тағы ла 182 берәмек алмаштырыласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта рөхсәтһеҙ пассажир ташыусыларҙың 109 муниципаль-ара маршрутта эшләүе асыҡ­ланған. Был иһә республиканың эске маршгруттар селтәренең 30 проценты тигән һүҙ. Уларға ҡаршы көрәшеү өсөн тейешле административ штраф билдәләгән бер нисә ҡануни акт ҡабул ителгән. Быйыл көҙ 185 муниципаль-ара маршрут һатыуға ҡуйыласаҡ.
Йәмәғәт транспорты хеҙмәтлән­де­реүе өлкәһендә граждандарҙың мөрәжәғәттәренә ваҡытында яуап биреү һәм пассажир ташыуҙың сифатын контролдә тотоу өсөн “Транспорт эксперты” мобиль ҡушымтаһы эшләнә.
Эштең икенсе йүнәлеше – авто­бустарҙы яңыртыу, бәләкәй класлы булғандарын уртаса һәм ҙур­ҙарына алмаштырыу. Быйыл шәхси ташыусылар бәләкәй класлы 240 автобусты амаштырырға ниәтләй. Шулай уҡ “Башавтотранс”тың паркы ла яңыртыласаҡ. Планлаштырылған 177 автобустың йөҙө быйыл ҡайтартыласаҡ.
Пассажирҙар ташыу һәм уларҙы иҫәпкә алыуҙың ҡулаҡсаһыҙ берҙәм системаһын индереү эшмәкәрлектең өсөнсө йүнәлеше булып тора.
Йәмәғәт транспортын эске һәм тышҡы яҡтан күркәмерәк итеү буйынса эш тә дауам итә. Әлеге мәлдә, граждандарҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, төрлө кластағы автобустар биҙәлешенең бер нисә варианты әҙерләнгән. Шулай уҡ яҡын киләсәктә Өфө үҙәгендәге 200 туҡталыш павильонын яңыртырға уйлайҙар.
Бынан тыш, маршруттарҙың ҡа­бат­ланыуына юл ҡуймаҫ өсөн маршрут селтәренә төҙәтмәләр индереү бара. Быйылғы йылдың икенсе яртыһында социаль әһәмиәтле маршруттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса муниципаль килешеүҙәр төҙөлә башлаясаҡ. Был сараны 2020 йылдың тәүге өс айында тамамлау күҙ уңында тотола.
– Транспорт тәьминәте – иң мөһим мәсьәлә, – тине Радий Фәрит улы. – Һеҙҙең алға халыҡ өсөн юлда йө­рөүҙе уңайлыраҡ итеү мәсьәләһен ҡуям. Был проблема менән ярты йыл инде шөғөлләнәбеҙ, ләкин әлегә минең Өфөлә транспорт тәьми­нәтендә тәртип булдырыу буйынса күрһәтмәләрем үтәлмәй.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, 15 октябрҙән алып “Инцидент” систе­маһына транспортҡа ҡағылышлы 975 мөрәжәғәт килгән, шуның 410-ы – Өфө ҡалаһынан һәм 57-һе – Өфө районынан. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе маршруттар етешмәүгә бәйле.
Читайте нас: