Бар уңыштың нигеҙе – тырышлыҡ. Тик маҡсатлылар, тырыштар ғына фәндәр тауына етә, уңыш яулай. Нәҡ шундайҙарҙың береһе Фәйрүзә Вәлит ҡыҙы Мәтинова (Абдуллина) ныҡышмалылыҡ, эшһөйәрлек аша үҙ маҡсатына өлгәшә, иҡтисад фәндәре кандидаты дәрәжәһенә күтәрелә. Фән юлын һайлауында, юғары ҡаҙаныштар яулауында ата-әсәһенең өлөшө баһалап бөткөһөҙ тип иҫәпләй ул.
– Атайым ғүмер буйы механизатор булып эшләне, ә әсәйем – дауаханала. Атайымдың яҙыуы матур, шул тиклем китап уҡырға ярата һәм беҙ ҙә, шул китаптарҙың йөкмәткеһен тыңлап, ундағы аҫыл образдар өлгөһөндә тәрбиә алып үҫтек. Заманына күрә ныҡ уҡымышлы кеше була. Хәтерләйем: ауылда күрше-күлән йыш ҡына атайымдан кәңәш-төңәш һорап килә торғайны. Ә әсәйем ҡара иҫәпкә шәп ине. Балалар күп булғас, ишек төбөндә ултырған аяҡ кейемдәрен ҡулланып, алыу-ҡушыуҙарҙы төшөндөрә ине, таблицаны һеңдергәнсе өйрәтте. Белемгә ҙур ынтылыш беҙгә бала саҡтан уҡ һалынған, – ти Фәйрүзә Вәлит ҡыҙы оло ғорурлыҡ менән ата-әсәһе тураһында.
Хозур тәбиғәтле данлы Баймаҡ районының Күсей ауылынан Вәлит Әбүталип улы һәм Менәүәрә Мөхәмәтйән ҡыҙы Абдуллиндар ғаиләһендә ете бала тәрбиәләнә. Абдуллиндарҙың ете балаһы ла мәктәпте яҡшы тамамлап, атай-әсәй ярҙамында күңелдәренә хуш килгән шөғөлдәре буйынса белем алыуға өлгәшә. Бөгөн улар төрлө һөнәрҙәргә эйә. Иң олоһо Илүзә Төркмән ауылында йәшәй. Фирүзә Ленинград ҡалаһында уҡып, ит етештереү мастеры һөнәрен үҙләштерә. Вәхит Сибай педагогия училищеһын тамамлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы Күсей мәктәбендә уҡыта. Хәлит менән Фәрит – механик, ә Ғәбит уҡытыусы һөнәрен һайлай, һуңынан Магнитогорскиҙа юғары белемле төҙөүсе һөнәрен үҙләштерә. Һәр береһе үҙ ишен табып, мөхәббәтле, күркәм ғаилә ҡора.
Ә Фәйрүзә бәләкәй саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. Тәүҙә Күсей мәктәбендә уҡып, 10-сы класты Төркмән урта мәктәбендә тамамлай. Юғары белем алырға ынтылған ҡыҙ Магнитогорск дәүләт педагогия институтында уҡырға инә. Артабан Баймаҡ районы мәктәптәрендә физика-математика уҡытыусыһы, уҡытыу эштәре мөдире була. Атаһының кәңәше буйынса ситтән тороп БДАУ-ҙың иҡтисад факультетына уҡырға инә. Иҡтисадсы дипломын алғас, Сибай тау-байыҡтырыу колледжында иҡтисад фәненән өлкән уҡытыусы булып эш башлай. 1994 йылда Сибай институтына эшкә саҡыралар һәм бөгөнгәсә шунда эшләй. 2014 йылда Мәскәүҙә Рәсәй ауыл хужалығы академияһында “Иген культураларын эшкәртеү тотороҡлолоғон күтәреүҙә социаль-иҡтисади шарттар һәм факторҙар” темаһына диссертация яҡлап, иҡтисад фәндәре кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ була.
Иҡтисад факультетының иҡтисад һәм финанслау кафедраһы доценты Фәйрүзә Вәлит ҡыҙы фән өлкәһендәге белемен артабан камиллаштырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләй. Ул Ырымбур, Мәскәү, Өфө һәм Волгоград ҡалаларында өҫтәлмә курстар үтә. Юғары уҡыу йортонда эшләүенең тәүге көндәренән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, 150-гә яҡын ғилми мәҡәлә, ике монография, ун методик ҡулланма авторы. Мәҡәләләренең күптәре Рәсәй фәнни журналдарында баҫылып сыҡҡан.
Фәйрүзә Вәлит ҡыҙы институттың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Үҙ-үҙенә һәм студенттарға талапсан, эшенә яуаплы ҡараған уҡытыусыны коллегалары ла, студенттар ҙа ихтирам итә. Ул спорт менән дә шөғөлләнә: ГТО нормаларын тапшырыу буйынса үҙ төркөмөндә беренcе, саңғы уҙышында икенcе, шашка ярышында икенcе урындарға лайыҡ булған. Сибай институты, Сибай ҡалаһы Советы, ҡала хакимиәте фиҙакәр хеҙмәтен баһалап, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләгән.
– Эшемдән бик ҡәнәғәтмен. Ихтирамлы коллективым, яратҡан студенттарым бар, ихласлыҡтары, иғтибары менән уратҡан дуҫтарым, туғандарым янымда, мине аңлаған тормош юлдашым һәм ҡыҙым булыуы ҡыуандыра. Ҡыҙым өс йәштән бейеү менән шөғөлләнә. Ул төрлө конкурстарҙа еңеүҙәргә өлгәште. Үҙем бәйләм менән булышырға ла ваҡыт табам, китаптар уҡырға яратам. Әлбиттә, ял ваҡыттарын ғаиләм менән бергә булырға тырышам, походҡа, бассейнға, катокка йөрөйбөҙ. Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың матур тәбиғәтендә ял итергә яратабыҙ. Аллаға шөкөр, тормош юлымда миңә яҡшы кешеләр генә осрай, – тип серҙәре менән уртаҡлашты Фәйрүзә Вәлит ҡыҙы.
Тормош иптәше Айҙар Зиннәт улы менән Миләүшә исемле ҡыҙ үҫтергән улар. Айҙар бөйөк шәхесебеҙ Шаһишәриф Мәтинов тоҡомонан булыуы менән ғорурлана. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Себер тарафтарында механик булып эшләй. Буш ваҡытын хозур тәбиғәт ҡосағында үткәрергә, балыҡ тоторға ярата. Китапханала ул уҡымаған китап ҡалмағандыр, моғайын. Ҡыҙҙары Миләүшә Сибай институтының юридик бүлегендә икенсе курста уҡый. Талантлы ҡыҙ “Ете ырыу” халыҡ бейеү ансамблендә бейей, яңғыҙ башҡарған бейеүҙәре менән дә тамашасы һөйөүен яулап өлгөрҙө.
Фәйрүзә Вәлит ҡыҙы заман менән бергә атлай, студенттарын да алдынғы ҡарашлы булырға, эҙләнергә, белемен үҫтерергә өйрәтә. БДУ-ның Сибай филиалында эшләүенә лә егерме биш йыл булып киткән. Бейек һәм текә фәндәр тауына әллә күпме студенттарҙы әйҙәп, бөгөн уларҙың юғары үрҙәр яулауына ҡыуанып йәшәй.