Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 13:40

Атайыңдың ғүмере һинән торһа...

Атайҙар көнөндә был ҡыҙ иң яҡын кешеһенә шырпы ҡабындай ғына йәшниккә һалып, бер бөртөк ноҡот борсағы, йәғни фасоль, бүләк итә. Быны күреп, атаһының күҙенә йәш төйөлә...

Атайҙар көнөндә был ҡыҙ иң яҡын кешеһенә шырпы ҡабындай ғына йәшниккә һалып, бер бөртөк ноҡот борсағы, йәғни фасоль, бүләк итә. Быны күреп, атаһының күҙенә йәш төйөлә...


Үҫкән ҡыҙ психик сирле лә булмай, балалыҡтан да күптән сыҡҡан. Әммә уның был үҙенсәлекле бүләге ғаиләнең барлыҡ ағзаларына көслө тәьҫир итә. Борсаҡ бөртөгө ҡыҙҙың яратҡан атаһы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булыуын белдерә.


Былтыр 20 йәшлек Америка ҡыҙының атаһына бөйөр күсереп ултыртырға кәрәк була. Ир донор ағзаһына сиратҡа баҫа, ә яҡындарына уларҙан бындай ҡорбанды ҡабул итмәҫен алдан әйтеп ҡуя. Әммә табиптар уға йәшәргә аҙ ҡалғанын хәбәр итә.


Ул арала ҡыҙы берәүгә лә әйтмәй генә тейешле анализдар бирә һәм атаһына донор була алырын белә. Шунан сираттағы Атайҙар көнөнә тура килтереп, яңылыҡты борсаҡ бөртөгө аша белдерә. Фасоль бит, иғтибарлап ҡараһаң, бөйөргә оҡшаш!


Фото: medialeaks.ru
Читайте нас: