Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 12:07

Битарафлыҡ зыянлы нурҙан яманыраҡ

Һәләкәткә 33 йыл үтһә лә, күңел тынысланмай.

Һәләкәткә 33 йыл үтһә лә, күңел тынысланмай.


– Үҙ көсөнә ышанған, шаян, әммә яуаплы, әрме хеҙмәтенән һуң дер һелкетеп донъя көтөү уйы менән янған 20 йәшлек егеттәр инек. Кемдер тыуған яғына ҡайтҡас, уҡыуын дауам итмәксе, кемдер, һөнәр алып, тормош юлын башламаҡсы. Киев эргәһендәге полкта хеҙмәт итәбеҙ, кәйеф көр, күтәренке, сөнки тышта ла, күңелдә лә көләс, яғымлы яҙ…


Ғорурланырға хаҡыбыҙ юҡ


Чернобыль атом станцияһындағы һәләкәт беҙҙең ише йәш-елкенсәктең генә түгел, унда эшләгән Припять ҡалаһы халҡының, илдең төрлө төбәктәренән ярҙамға ебәрелгән һәр кемдең яҙмышында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы. Уның шауҡымын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инде 33 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, асыҡ тоябыҙ, сафтар һирәгәйгәндән-һирәгәйә, егеттәребеҙ хушлашмай ҙа китә…
Ул саҡта кем белһен инде был бәләнең шун­дай ҙур ҡоласлы, әллә күпме ҡорбан та­лап иткән, инвалидтар һанын арттырған оло­ғара фажиғәгә әүерелерен. Инструктаж юҡ. Беҙ ҙә белмәнек, бары бойороҡто үтәнек: йөк тейәнек, бушаттыҡ, радиоактив ҡалдыҡ­тар­ҙы күмдек, нимә бойорһалар, шуны эш­ләнек. Көслө нурланыш алған егеттәребеҙҙең кү­беһе яҡты донъяла юҡ инде, иҫәндәре ҡа­ты ауырый. Шуныһы бигерәк йәл: инвалид­тар­ҙың ҡайһы берҙәре, ваҡытында танытма алып өлгөрмәгәнгә күрә “чернобылсе” статусын юғалтты, Хөкүмәт билдәләгән льгота­лар­ҙан мәхрүм ҡалды. Битарафлыҡтың радиация нурынан да былайыраҡ яман булыуын күрҙек, ишеттек, әле лә күңел тыныслана алмай.
“Чернобыль” союзының Башҡортостан инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ришат Ғәйнуллин мәкерле дошман менән алышта ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән, кешелек хаҡына үҙ яҙмышын фиҙа ҡылған иптәштәре, фекерҙәштәре, полкташтары тураһында ҙур тулҡынланыу, һағыш, үкенеү ҡатыш ғорурлыҡ тойғоһо менән һөйләне лә һөйләне. “Атом һәләкәте кеше аңында тормоштоң бик нескә, тиҙ ыуалыусан булыуы тураһында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Радиация кеүек күҙгә күренмәгән бәлә йылъяҙмаға ҡара ҡайғылы бит өҫтәһә, байтаҡ ғаиләләр тормошон, кешеләр яҙмы­шын фажиғәгә дусар итте. Яҡты донъянан ваҡытынан алда киткән ир-егеттәрҙең яҡын­дарына сабырлыҡ теләйбеҙ. “Чернобылселәр” союзын нығытыу бик мөһим бөгөн, иҫәндә­ренең тормош хәлен яҡшыртыу, һаулығын хәстәрләү кәрәк”, – тигән уй менән йәшәй Ришат Венер улы.
Байтаҡ йәмәғәт ойошмалары, бағыусылар Башҡортостан ликвидаторҙарының данлы исемен мәңгеләштереү эшенә үҙ өлөшөн индерҙе. Яңыраҡ Красноусолда Ғафури районы хакимиәте, йәмәғәтселек ярҙамы менән фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан батырҙарға иҫтәлекле стела ҡуйылыуынан ҙур ҡәнәғәтлек кисерә ойошма етәксеһе.


“Сәләмәтлектән башҡа бер ни кәрәкмәй”


Мәсетле районының “Чернобыль” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Марсель Ғиндуллинды лик­видаторҙар “аҡһаҡал” тип йөрөтә. 72 йәш­лек уҙамандың төбәк “чернобылселәре”нең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн ваҡытын да, көсөн дә, сәләмәтлеген дә йәлләмәүен яҡташтары ла, һәләкәт уртаһында ҡайнаған иптәштәре лә яҡшы белә. Ликвидаторҙар тураһында иҫтәлектәр китабын нәшер иткән дә ул, районда кешелекте бәләнән ҡотҡарыусылар тураһындағы хәтерҙе яңыртыу һәм нығытыу өсөн, аҡса йыйып, мәрмәрҙән стела ҡуйыу эшен ойоштороусы ла ул. Әле лә “иҫән сағымда ауылда Чернобыль фажиғәһендә ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйырға ине” тигән уй менән янып йөрөй.
– Беҙҙе Ырымбурҙа дозиметрист һөнәренә өс ай уҡытҡас, һәләкәт урынына ебәрҙеләр. Радиацияның таралыу сиген, ион нурланышы миҡдарын билдәләнек, ошо эш һөҙөмтәһендә карта эшләнде. Күҙгә күренмәгән “дошман”ды танып белмәгәс, әллә ни хафаланманыҡ, һаҡланманыҡ, хатта противогаздарҙы сисеп тәмәке көйрәткәнебеҙ ҙә иҫтә. Шулай ҙа тәүге көндән махсус кейемдә йөрөү беҙҙе етди эҙемтәләрҙән бер ни тиклем һаҡлағандыр. Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә фажиғәлә ҡатнашҡан 40 кешенең әле ни бары 14-е иҫән. Ә тәүге ун дозиметристар партия­һынан ни бары өсәү генә ҡалдыҡ.


Һәйкәл мотлаҡ асыласаҡ!


Беҙгә хәҙер һаулыҡты ҡайғыртыуҙан башҡа бер ни кәрәкмәй. Тәүҙәрәк шифаханала ял итеү өсөн йыл да юллама бирһәләр, хәҙер өс йылға бер тапҡыр бушлай дауаланыу хоҡуғына эйәбеҙ. Республикабыҙҙың шифахана-курорт системаһы ҡеүәте иҫ киткес ҙур, әммә күп “чернобылселәр” унда дауаланыуҙан мәхрүм. Эргәбеҙҙә генә “Ҡарағай” шифа­ханаһы, тик ниндәйҙер бюрократик кәртәләр унда дауаланыу мөмкинлеген бирмәй. Ә бит ауырыу кешегә алыҫ тарафтарға юл тотҡансы, яҡындағы шифаханала дауаланыу күпкә яҡшыраҡ! Тейешле медицина ярҙамы булмауы һөҙөмтәһендә ир-аттың ғүмере иртә өҙөлә, шуныһы үкенесле, – ти хеҙмәт ветераны Марсель Әбүлкарам улы.
26 апрель йылъяҙмала Чернобыль һәләкәте көнө тип билдәләнде. 1986 йылдың йәмле көнөндә Чернобыль атом энергияһы станцияһын юҡҡа сығарған ядро шартлауы бик күп ил халыҡтарын бер епкә бәйләне. Дүрт йыл буйы 800 меңдән ашыу кеше радиация нурҙарынан ҡотҡарыу саркофагын төҙөнө, хәүефле радиоактив зоналарҙа таҙартыу үткәрҙе. Барыһы ла радиация нурланышына дусар булды.
2012 йылдан алып илдә “Радиация авариялары һәм һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтө­рөүҙә ҡатнашыусылар көнө” киң билдәләнә. Миллиондар ғүмерен һаҡлауға үҙҙәрен ҡорбан иткән ябай хеҙмәт кешеләре, бел­гестәр ниндәй батырлыҡ өлгөһө күрһәтеүен аңламағандыр ҙа, был хаҡта уйламағандыр ҙа. Төрлө тармаҡ белгестәре, ғалимдар, хәр­би­ҙәр, хатта аҫыл зат вәкилдәре ҙур бер­ҙәмлек, ҡаһарманлыҡ, героизм күрһәтеп, үҙ бә­хетен ҡорбан итеп, донъяны техноген һә­ләкәте эҙемтәләрен киң таралыуҙан, зыян кү­ләме артмауҙан, яңы ҡорбандарҙан араланы.
Ошо иҫтәлекле көн алдынан “Чернобыль” союзының Башҡортостан инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы йыллыҡ эш планын раҫлау, республиканың дөйөм Рәсәй ДОСААФ ойошмаһының төбәк бүлексәһе менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөү һәм, әлбиттә, яҡындан аралашыу, хәл-әхүәл белешеп, уртаҡ проблемалар тураһында фекер алышыу өсөн йыйылды. 33 йыл үтһә лә, әле һаман Өфөлә хәтерҙе яңыртыр, киләсәк быуынды һиҫкәндерер, халыҡ күңелендә юйылмаҫлыҡ батырлыҡ өлгөһөн йәшәтер һәйкәл юҡлығы “чернобылселәр”ҙе борсоуы сер түгел. Йыйылышта авария ликвидатор­ҙарына һәйкәлдең мотлаҡ асыласағы хаҡында хәбәрҙар булдыҡ.
Һәйкәлдең авторы – скульптор Хәниф Хәбибрахманов. “Ете ҡыҙ” фонтанының архитектура композицияһын эшләгән ижадсы булараҡ ул халыҡҡа яҡшы таныш.
2011 йылда уҡ тантаналы рәүештә Калинин районының Архитектура урамында, “Химик” мәҙәниәт һарайы эргәһендә һәйкәлгә таш һалынғайны инде. Әммә ниндәйҙер сәбәптән, ул Йәштәр һарайы артындағы Еңеүҙең 50 йыллығы скверына күсерелә. “Чернобыль” союзының Башҡортостан инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ришат Ғәйнуллин, үҙҙәре менән кәңәшләшмәй башҡарылған ғәмәлгә ғәжәпләнеүен белдерһә лә, постамент өсөн урындың уңайлылығын йәшермәне.
Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Баш­ҡортостандан 12 мең кеше ҡатнашҡан, әле уларҙың һаны күпкә кәмегән – ни бары ике меңгә яҡын. Күптәре ҡаты ауырыһа ла, улар әле лә сафта, киләсәк быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә, батырлыҡ, ныҡышмаллыҡ, тәүәккәллек дәрестәрен биреүҙә баһалап бөткөһөҙ өлгө. Тик илде генә түгел, ярты Европаны һәләкәттән ҡотҡарған ликвида­торҙарҙың тейешле медицина ярҙамына, үҙебеҙҙең шифаханаларҙа һаулығын нығыта алмауға урынлы дәғүәләрен бөтә күңелдән ҡабул итеп, уларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыуға аҙым яһалырмы? Сафтар бит көндән-көн һирәгәйә, үкенескә ҡалмағайы…
Читайте нас: