Ирина Грудинина ниңә иренән ҡурҡа?
Рәсәйҙең Юғары суды КПРФ-тың дәғүәһен ҡарап торманы. Партия Жорес Алфёровтың вафатынан һуң бушаған депутат мандатын Павел Грудининға биреүҙе кире ҡаҡҡан Үҙәк һайлау комитетының ҡарарын законһыҙ тип иҫәпләүҙе талап итте.
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Мещанский суды КПРФ-тан Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа экс-кандидат, мандат алыуға үҙен лайыҡлы тип һанаған Борис Иванюженковтың дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Партияла ике ҡарарҙы ла кире ҡарауҙы талап итергә йыйыналар.
Ә был ваҡытта олигарх Грудининдың ҡатыны полициянан уны яҡлауҙы һорай.
Бинаны тартып алырға, утты һүндерергә
Ирина Грудинина Павел Грудинин менән 37 йыл законлы никахта йәшәй, унан ике ул таба. Ире, “Ленин исемендәге совхоз” ябыҡ акционер йәмғиәтенең ике ҡыҙ табып биргән йәш юрисына китеп, уны ташлай. Грудининдың ике ғаиләһе булыуы һайлау кампанияһы барышында билдәле була. Ул 2018 йылда рәсми рәүештә айырылыша.
Бынан һуң Ирина мөлкәтен элекке ире менән бүлешеү өсөн судҡа мөрәжәғәт итә. Бөгөн ул ире яғынан көслө баҫымға дусар. Әйткәндәй, баштан уҡ ул иренең Дәүләт Думаһына “закондан ҡағылғыһыҙлыҡ алыу, шул иҫәптән айырылышыуға бәйле һорауҙарға яуап табырға өмөт менән барғанына” шикләнмәй.
Күптән түгел Ирина Мәскәү өлкәһенең хоҡуҡ һаҡлау органдарына милек бүлеү эшендә уны яҡлауҙы һорап мөрәжәғәт итте. Ҡатын сирле, ул инвалид. Башта уның һаулығын иренең күп йыллыҡ хыянаты ҡаҡшата. Ә хәҙер бөтә ил тикшергән айырылышыу процесы, әлбиттә, сәләмәтлекте нығытмай, киреһенсә, ҡаҡшата. Әммә уны һаулығының ҡаҡшауы түгел, ә иренең үс алыу ихтималлығы борсой.
“Ғариза биреүсе экс-хәләл ефетен бизнес өлкәһендә билдәле кешеләрҙең береһе, мөһим финанс мөмкинлектәр һәм административ ресурстар эйәһе тип иҫәпләй һәм шуның өсөн үҙенең һаулығы һәм ғүмере өсөн борсола”, – тип хәбәр ителә Мәскәү өлкәһе полицияһында. Һәм был борсолоу урынһыҙ түгел: Павел Грудинин экс-ҡатынына бер нисә тапҡыр баҫым яһай.
Олигарх, совхоздың ер майҙандары хужаһы булараҡ, Иринаның матурлыҡ салоны урынлашҡан бинаны тартып ала. Шулай уҡ Ленин исемендәге совхозда элекке ҡатыны менән аралашыуға сик ҡуя. Уның совхоз фирмаһына теркәлгән телефоны ла эшләмәй. Бынан тыш, элекке ире авариялар булған хәлдә, коммуналь хеҙмәттәргә килергә тыйған һәм Ирина йәшәгән урамда йыш ҡына ут та һүнә.
Айырылышыу процесы нимәне асыҡланы?
Ирина ойошторған мөлкәт бүлешеү процесы ярҙамында һайлау алды кампанияһы ваҡытында йәшереп ҡалдырылған сит ил иҫәптәре һәм милек хаҡындағы мәғлүмәт раҫланды. Ул саҡта һайлаусылар кандидаттың ябай Мәскәү өлкәһе совхозы директоры ғына түгел, ә бик бай кеше икәнен белде.
Уның сит ил банктарында иҫәптәре һәм килем тураһында декларацияланмаған йәмғеһе 7,5 миллиард һум аҡсаһы һәм активтары булыуы асыҡланды. Bontro LTD Белиз офшоры хаҡындағы мәғлүмәттәр, “Ленин исемендәге совхоз” ябыҡ акционер йәмғиәтенең 20 процент акцияһы хужаһы икәне лә билдәле булды.
Һайлау алды кампанияһы барған мәлдә килеп тыуған ошондай көтөлмәгәнлектәр президентлыҡҡа кандидатта асыу тойғоһо тыуҙыра, әлбиттә.
Уға еңел булмай. Башта Грудинин, Швейцарияның һалым органдарынан килгән яуапҡа тиклем, сит илдә иҫәптәре булыуын оҙаҡ ҡына ваҡыт инҡар итә.
Ә офшор хаҡында ул асыҡ әйтмәй, йәнәһе, компанияның табыш алыусылары кем икәнен белмәй.
Ҡатмарлы тикшереүҙәр. Ирина Грудининаның мөлкәт бүлеү хаҡындағы дәғүәһе күсерелә
Әммә мөлкәт бүлеү хаҡындағы дәғүәне ҡарағанда, офшор Bontro LTD-ның барлығы асыҡлана. Һәм ул Павел Грудининдыҡы икәне раҫлана. Шулай итеп, эшҡыуар – Ленин исемендәге совхоздың декларацияланған 43 процент акцияһының да, “серле” офшор аша килгән 20 процент килемдең дә хужаһы. Ябыҡ акционер йәмғиәтенең дә эйәһе. Эксперттар, дөйөм алғанда, “халыҡ олигархының” милке 60 миллиард һумға еткәнен асыҡлай, ә ҡайһы бер баһалауҙар буйынса, ул ике тапҡырға күберәк – 120 миллиард һумға етә.
Шуның өсөн дә күп кенә эксперттар олигарх Грудининдың ҡатынына ҡарата үсен президент кампанияһындағы уңышһыҙлығына бәйләй.
Билдәле булыуынса, элекке ҡатыны бергә тапҡандың яртыһына дәғүә итергә хоҡуҡлы. Ирина Грудинина инвалид булараҡ та, закон буйынса, мөлкәттең өстән ике өлөшөнә эйә була ала.
Бөгөн ҡатын дөрөҫлөк эҙләй һәм мөлкәт бүлеүҙә суд ҡарарының ғәҙел булырына өмөтләнә. Дөйөм алғанда, судтың ул Павел Грудининдың ҡатынынан ғына түгел, ә Ленин исемендәге совхоздың ябай эшселәренән, яҡташтарынан, бизнес-империяға нигеҙ булып ятҡан пай хужаларынан һәм һайлаусыларынан йәшергән сит ил активтарының ысын күләме хаҡында асыҡлауын көтә.
Грудининға депутат мандаты, әлбиттә, бик кәрәк ине. Уның менән бергә ул депутат именлеге алыр һәм суд процесына ла ҡамасаулар ине.
Әммә тап 2016 йылда Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат булараҡ теркәлеү үткәндә (әлеге саҡырыуға һайлауҙа), уның сит ил иҫәптәре һәм Белиз офшоры тураһындағы мәғлүмәтте йәшереп ҡалыуы КПРФ-тағы буш урынға мандат биреүҙә Үҙәк һайлау комиссияһының кире ҡарарына нигеҙ була ла инде.
Закон буйынса Дәүләт Думаһына кандидатлыҡҡа дәғүә иткән кеше сит илдәге бөтә иҫәптәрен, шулай уҡ сит ил активтарын да ябырға тейеш. Ә Грудинин 2016 йылда быны эшләмәй.
Шулай итеп, айырылышыу процесы барышында асыҡланған Белиз офшоры тураһындағы мәғлүмәт уға депутат именлеге һәм судтан ҡасыу юлын, активтарын һаҡлап ҡалыу юлдарын эҙләргә мөмкинлек бирмәй. Тимәк, Ирина Грудининаның уға ҡарата баҫымдың артыуына борсолоуы урынлы.
(“Аргументы и Факты” аҙналыҡ гәзитенән, 2019 йыл, 3 – 9 апрель, № 14).
Мәскәү өлкәһендәге Видное ҡалаһының депутаттар советы февралдә Павел Грудининды совет рәйесе вазифаһынан бушатып, мандатһыҙ ҡалдырҙы.
Быға офшорҙарҙың һәм сит ил активтарының булыуы, Ленин исемендәге совхоздың ерҙәрен торлаҡ төҙөү һәм коммерциялы күсемһеҙ милек өсөн законһыҙ рәүештә тапшырыуы, депутат коллегаларының уның рәйес булараҡ эшмәкәрлегендәге ебәргән хаталарына, реаль килемен йәшереүе өсөн ышанысын юғалтыуы сәбәпсе булған.