Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 15:53

Рустар башлыҡ һайланы

Башҡортостан рустары соборы башҡарма комитеты президиумының яңы рәйесе һайланды. Бындай ҡарар төбәк йәмәғәт ойошмаһының V съезында ҡабул ителде.

Башҡортостан рустары соборы башҡарма комитеты президиумының яңы рәйесе һайланды. Бындай ҡарар төбәк йәмәғәт ойошмаһының V съезында ҡабул ителде.


Яңы рәйес – Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев. Рустар соборының әүәлге етәксеһе Виктор Пчелинцев ойошманың башҡарма комитеты составында ҡалды.


Павел Рюрикович Качкаев 1951 йылда тыуған. 1973 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү заводында көйләүсе инженер, “Прогресс” етештереү берекмәһендә цех начальнигы урынбаҫары, бүлек начальнигы, генераль директор урынбаҫары, техник директор булып эшләй. Артабан Өфөнөң Ленин районына етәкселек итә, республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры була. 2003 – 2006 йылдарҙа – Өфө хакимиәте башлығы, 2011 йылдан – Дәүләт Думаһы депутаты.


Фото: soborrusbash.ru
Читайте нас: