Башҡортостан
-9 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
29 Апрель 2019, 15:18
Ауырыһаң, өйрәк ярҙам итер...
Краснодар крайынан Малюгиндар ғаиләһендә ҡыҙыҡ хәл булған. 10 йәшлек Антон ихатала йәшәгән бер өйрәк бәпкәһе менән дуҫлашып китә. Малай сибек һәм сырхау булып тыуған ҡошто йыш ҡына үҙенең усында тотоп йылытҡан.

Шулай улар яҡынайып китә. Көн дә бер-береһе менән күрешеп торалар. Өйрәк өйҙән тышҡа сыҡҡан Антонды күреү менән уға ҡаршы йүгерә.
Әммә бер мәл малай ауырып китә. Һыуыҡ тейҙереп, юғары тән температураһы менән түшәккә ята.
Антондың ихатаға сыҡмай башлағанын күргән өйрәк шым ғына йортҡа инеүгә өлгәшә. Малайҙың карауатын табып, һикереп менә лә дуҫы янына ятып, уны тәне менән йылыта башлай. Өйрәкте алып ташлайым тигән өлкәндәрҙе ул, ыҫылдап, яҡын ебәрмәй.
Малай һауыҡҡансы шулай уның янында була өйрәк. Хәҙер был ҡошҡа күп нәмә рөхсәт ителә, хатта өйгә инеп йөрөү ҙә.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.