Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2019, 19:38

Байрамда ла ял ҡайғыһы юҡ

Янғындан һаҡлаусылар иртәгә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләйәсәк. Был хеҙмәттең илдә ойошторолоуына быйыл 370 йыл тула.

Янғындан һаҡлаусылар иртәгә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләйәсәк. Был хеҙмәттең илдә ойошторолоуына быйыл 370 йыл тула.


Саҡмағош районының янғын хәүефһеҙлеге һағында тороусылары үҙҙәренең традицияларына тоғро. Янғынды булдырмау, хәүефте иҫкәртеү һәм һүндереү буйынса даими, эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Йылына ҡотҡарыу, ут сығыу осраҡтарына 300-гә яҡын саҡырыу теркәлә. Айырыуса сәсеү мәлендә, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, май байрамдары осоронда уларға һиҙгерлекте юғалтмаҫҡа, уяу торорға кәрәк.


Һәр кемдең именлеге, яҡындарының сәләмәтлеге үҙебеҙҙең хәүефһеҙлек мәҙәнилегенә, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе еренә еткереп үтәүгә бәйле булыуын онотмау хәйерле.


Фото: Саҡмағош районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: