Ауылымдың матур урамдары буйлап, иңдәренә аҡ яулығын һалып, әкрен генә атлап барған Мөслимә инәйгә ҡарайһың да күңелгә йылылыҡ йүгерә, ауылымда иман таратыусы, аҡыл биреүсе, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыусы ағинәйҙәр бар әле, тип шатланып ҡуяһың.
Бөгөнгө тормошта, төрлө үҙгәрештәр булған заманда, ысын мәғәнәһендә тәрбиә һәм иман биргән, тәүфиҡлы һәм тәртипле булырға өйрәткән апай-ағайҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Мөслимә инәй Мөхтәбәрова батырҙары менән дан алған, Рәмиҙәрҙе, Харистарҙы биргән Салауат районының Арҡауыл ауылында ғүмер кисерә. Дыуан районының Ҡәҙер ауылында тыуып үҫкән Мөслимә инәйҙе тормош юлдары Салауат районына алып килә. Ҡыйғы районы егете Сәмиғулла ағай менән өйләнешеп, Салауат районына күсеп киләләр һәм ул ваҡыттарҙа гөрләп торған партия, комсомол тормошо менән янып йәшәйҙәр, береһенән-береһе матур, тәртипле, инсафлы биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Мөслимә инәй бар ғүмерен балаларға тәрбиә һәм белем биреүгә арнай, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Күрһәткән тырышлыҡтары өсөн уға “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” билдәһе һәм бик күп маҡтау ҡағыҙҙары бирелә. Мәктәптә эшләгән йылдарында профком эшен алып бара, уҡыусылар өсөн әҙәби түңәрәктәр ойоштора, гәзиттәр сығара, республика баҫмаларына уҡыусылар менән берлектә төрлө мәҡәләләр ебәрә.
Бөгөн дә 83 йәшлек Мөслимә инәй тынғыһыҙ тормош алып бара. Ауылдағы коллегалары, педагогия хеҙмәте ветерандарының һәр ҡайһыһына барып, хәлдәрен белә, осрашыуҙар ойоштора, ниндәй генә һорауҙар килеп тыуһа ла, ярҙам ҡулын һуҙа. Уның йорто йыраҡтан нур бөркөп тора, төрлө сәскәләр, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә, ә өҫтәленән күпереп бешкән күмәстәр, ҡоймаҡтар өҙөлмәй, өҫтәл түрендә һәр ваҡыт – ҡунаҡтар. Һәр көн һайын “әсәй” тип өҙөлөп торған балалары, “өләсәй” тип йүгереп йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәре, “инәй” тип хөрмәт иткән ауылдаштары ҙур ихтирам менән уға килә. Мөслимә инәй доғалар уҡый, башҡорт телен, илен яратырға өйрәтә, иман тарата, бик күп матбуғат баҫмаларын яҙҙыра, ундағы яңылыҡтар менән оло йәштәге коллегаларын таныштыра. Ул шул тиклем әүҙем, ауылдағы һәр сарала ҡатнаша, рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, кәңәштәрен бирә. Ауылымдың ошондай ағинәйҙәре һоҡландыра ла, ғорурландыра ла.