Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 17:06

Бала ата-әсәһен түгел, ә өлкәндәр уны эҙләй

“Лиза Алерт” бәләкәй балаларға нисек юғалмаҫҡа кәңәштәр бирә. Балаларҙың хәүефһеҙлеге тулыһынса ата-әсә ҡулында, шуға күрә беҙҙең кәңәштәр ҙә өлкәндәр өсөн. Уларҙы ныҡлап өйрәнегеҙ һәм балаларығыҙға ятлатып ҡуйығыҙ, даими ҡабатлағыҙ. Ҡурҡыныс хәлдән бер кем дә араланмаған. Шулай ҙа, һаҡланған – яҡланған.

“Лиза Алерт” бәләкәй балаларға нисек юғалмаҫҡа кәңәштәр бирә. Балаларҙың хәүефһеҙлеге тулыһынса ата-әсә ҡулында, шуға күрә беҙҙең кәңәштәр ҙә өлкәндәр өсөн. Уларҙы ныҡлап өйрәнегеҙ һәм балаларығыҙға ятлатып ҡуйығыҙ, даими ҡабатлағыҙ. Ҡурҡыныс хәлдән бер кем дә араланмаған. Шулай ҙа, һаҡланған – яҡланған.


Әгәр бала сауҙа үҙәгендә, аэропорт, вокзалда юғалһа...

* Туҡта, тирә-яғыңа ҡара, ҡысҡыр;

* ата-әсәйең күренмәй икән, ярҙам һорап, полицияға мөрәжәғәт ит. Улар ҙа күренмәһә, бында эшләгән өлкәндәргә – һатыусыға, кассирға, һаҡсыға йәки балалары булған өлкәндәргә өндәш;

* юғалыуыңды белдер, атай-әсәйеңдең исем-фамилияһын, телефон номерын әйт. Быларҙы мотлаҡ яттан белергә кәрәк;

* бер кем менән дә, бер ҡайҙа ла китмә.


Урманда юғалһаң...

* Урыныңда ҡал, тирә-яҡты ҡара, ҡысҡыр;

* тауышҡа тауыш менән яуап бир. Һыҙғыртҡысҡа һыҙғыр, ағасҡа таяҡ менән һуҡ;

* ерҙә ултырма. Ағас ботаҡтарынан ҡыуыш кеүек ышыҡ урын эшлә, ултырырға сыбыҡ, үләндәрҙән урын әҙерлә;

* һыу буйына яҡын барма. Ныҡ итеп һыу эскең килһә лә барма;

* бәшмәк һәм таныш булмаған еләктәр ашама.


Боҙ

* Туңған йылға-күлдәргә яҡын барма. Быға тиклем атай-әсәйең менән боҙҙа йөрөгән булһаң да, яңғыҙың төшмә;

* берәйһенең боҙ аҫтына китеүен йә йылғаға йығылып төшөүен күрһәң, өлкәндәрҙе ярҙамға саҡыр;

* әгәр боҙ өҫтөндә булып, уның шартлауын ишетһәң, ипләп кенә ят та ярға табан шыуыш.


Концерт, театр

* Туҡта, күренеп торған йүнәлеш билдәһе тап (афиша, эре предмет, ҙур яҙыулы урын). Юғалған урындан китмә;

* полициянан, һаҡсынан, һатыусыларҙан ярҙам һора. Уларҙан телефон һорап ал да атай-әсәйең менән үҙең һөйләш;

* бер кем менән дә ситкә китмә, һине мотлаҡ эҙләп табасаҡтар!


Урман

Урманға барыр алдынан иҫеңдә тот:

* атай-әсәйһеҙ урманға йөрөмә;

* сағыу һәм һыу үткәрмәй торған кейем кей, һауа торошона ярашлы башлығың булһын;

* үҙең менән таҙа һыу, һыҙғыртҡыс, әҙерәк ризыҡ (тиҙ боҙолмай торған), тулы көсө булған телефон ал.


Һыу

* Һыуға яҡын барма;

* яныңда атай-әсәйең булмаһа, һыу эсенә инмә;

* ҡотҡарыу жилеты кеймәйенсә кәмәгә ултырма.


Өйгә ҡайтып барғанда

* Өйгә һәр саҡ ваҡытында ҡайт. Әгәр тотҡарланһаң, шылтыратып атай-әсәйеңә әйт;

* бер ҡасан да таныш түгел кешеләр менән һөйләшмә һәм улар менән китмә. Берәй нәмә бүләк итәм тиһәләр ҙә барма. Ярҙам һорап саҡырһа ла, ышанма – өлкән кеше баланан ярҙам һорамай. Көс менән алып китергә теләһәләр – ҡысҡыр;

* өйгә һәр ваҡыт бер юлдан ғына йөрө, юлың яҡты һәм кешеләр булған урамдар аша үтһен.


Транспорт

* Әгәр һин туҡталышта ҡалып, атай-әсәйең автобуста китһә – урыныңда тор, улар мотлаҡ яҡын арала һинең арттан киләсәк;

* әгәр атай-әсәйең туҡталышта төшөп ҡалһа, ә һин автобуста китһәң, киләһе туҡталышта сыҡ һәм көт. Улар һинең арттан киләсәк;

* йыраҡ китһәң, водитель йәки кондукторға мөрәжәғәт ит, улар ярҙам итәсәк.


Балаларығыҙға ныҡлы аңлатығыҙ: бала һеҙҙе түгел, ә һеҙ баланы эҙләйһегеҙ! Уның төп маҡсаты – үҙен тиҙерәк табыуға булышлыҡ итеү, урында ҡалыу, сит кешегә эйәреп китмәү. Күп кеше булған сауҙа үҙәгенә, берәй байрам үткән урынға, паркка барғанда, балағыҙҙы кейендергәс, фотоға төшөрөгөҙ. Бер ни хәл була ҡалһа, был иң яңы һүрәт буласаҡ. Шулай уҡ сабыйығыҙҙы юғалтҡас, һеҙҙең ығы-зығыға бирелеп, уның ниндәй кейемдә булыуын да ҡапыл ғына иҫегеҙгә төшөрә алмауығыҙ ихтимал. Был осраҡта ла фото ярҙамға киләсәк.
Бала урам буйында аҙашып ҡалһа, уға магазин-фәләнгә инергә кәрәк. Әйткәндәй, Һаҡлыҡ банкы – хәүефһеҙлек майҙансығы. Был банк “Лиза Алерт” менән хеҙмәттәшлек итә. Аҙашҡан бала унда инә икән, уны шунда уҡ тынысландырып, ата-әсәһенә йәки полицияға хәбәр итәсәктәр.
Балағыҙға үҙегеҙҙең һәм тормош иптәшегеҙҙең телефон номерын ятлатығыҙ, исем-шәрифтәрегеҙҙе, адресығыҙҙы ла белһен.
Шулай уҡ “Лиза Алерт” өлкәндәргә лә кәңәш бирә. Эйе, һау, ғәҙәти кеше кәңәшкә мохтаж түгел. Улар ғаиләләрендә ҡарттар, психик яҡтан һау булмағандар, хәтерен юғалтҡандарҙың туғандарына кәрәк. Бындай кешенең кеҫәһенә исем-шәрифен, адресын, телефонығыҙҙы яҙып һалығыҙ. Уларҙың мобиль телефоны булһа ла, еңел генә юғалталар, шуға күрә ғәҙәттә балаларға таға торған GPS-сәғәттәрҙе ҡулдарына тағығыҙ. Яңғыҙҙарын тышҡа сығармаҫҡа тырышығыҙ.


Был кәңәштәр бик ябай һәм тәү ҡарамаҡҡа һәр кемгә лә билдәле кеүек. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалған кешеләр һаны кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара. Күптәр, бындай хәл минең ғаиләм менән булмаҫ, тип уйлай, шуға күрә яҡындарыбыҙға иғтибарлыраҡ булыу, балаларға ҡағиҙәләр ятлатыу ҙа ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡаласаҡ.
Читайте нас: