Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 14:26

Һеҙҙә старосталар бармы?

Хәҙер республикабыҙҙың күп кенә райондарында староста институттары бар. Дәүләкән районында улар 2011 йылдан эшләй.

Хәҙер республикабыҙҙың күп кенә райондарында староста институттары бар. Дәүләкән районында улар 2011 йылдан эшләй.


Ун алты ауыл биләмәһендә 63 староста һайлап алынған. Уларҙың эшмәкәрлеге тураһында норматив база булдырылған.
Әйткәндәй, 2018 йылға тиклем старосталар ту­раһында федераль хоҡуҡи база юҡ ине. Былтыр апрелдә “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙ­идараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тура­һында”ғы законға үҙгәрештәр индерелде, шулай итеп, староста статусы федераль кимәлдә нығы­тылды. Ә уларҙың эше баһалап бөткөһөҙ: ауыл­дарҙағы социаль проблемаларҙы һәм биләмәләрҙе тәртипкә килтереү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итәләр.


Читайте нас: