Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдең төп эстрада йондоҙҙарының береһенә әүерелгән Андрей Губинға бөгөн 45 йәш тула. Ҡасандыр сәхнәләрҙе шаулатҡан, миллионлаған кешеләрҙең кумиры булған Өфө егете хәҙер сығыш яһамай, халыҡ араһына ла һирәк сыға. Бының сәбәбен ҡаты ауырыуға дусар булыуы менән аңлата.
Ул замандарҙа Андрей Губин хит артынан хит ижад итә. Рәсәй, АҠШ, Европа буйлап гастролдә йөрөй, егеткә табыныусылар концерттарға ағыла. Үкенескә ҡаршы, йырсының йондоҙло минуттары оҙаҡҡа һуҙылмай: Андрей ауыр сиргә юлыға. Был хаҡта үҙе: "Табиптар миңә күптән ҡул һелтәне, уларҙың фекеренсә, мин күптән һынырға тейеш инем. Әммә Андрюша былай ғына бирешмәй әле", – ти.
Яҡташыбыҙ бер мәл Таиландта ла йәшәп алды. Хәҙер Андрей Рәсәйгә кире ҡайтҡан. Ул Мәскәүҙә, тыуған ҡалаһы Өфөлә йыш була. Әммә үҙенең йырсы халыҡ менән осрашырға уңайһыҙлана, табыныусылары менән фотоға төшөргә ла ризалашмай. Шулай ҙа элек ғәжәп популяр булған йондоҙ ҡасан да булһа ғаилә бәхете татырына ышана.
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.