“Башавтотранс” водителдәре һәм кондукторҙары маршрутҡа яңы униформала сыҡты.
Кейем һәр кемдең күңеленә ятты: хеҙмәткәрҙәрҙең дә, пассажирҙарҙың да.
“Транспортта кемдең кондуктор икәнен инеү менән аңланым. Юғиһә бит быға ҡәҙәр уны аңғармай ҙа торғайныҡ. Айырым формала булыуҙары матур ҙа, уңайлы ла”, – тине, мәҫәлән, пассажирҙарҙан Әминә Шаһапова.
Униформа индереү миҙгелле маршруттар йөрөй башлау көнө менән тап килде. 27 апрелдә “Башавтотранс” автобустары баҡсасыларға уңайлылыҡ тыуҙырыу өсөн 61 йүнәлеш буйынса сыҡты. Транспорт компанияһы етәкселеге әйтеүенсә, Бөйөк Еңеүҙе билдәләгән көндәрҙә махсус акция үтәсәк.
“Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтары автобустарҙа бушлай йөрөй аласаҡ, – тине компанияның генераль директоры вазифаһын башҡарыусы. – Яңырыу эштәре дауам итәсәк. Әле йәйге форманы булдырҙыҡ. Киләсәктә ҡышҡы кейем варианттарын да уйлаясаҡбыҙ”.