Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын онотолмаҫлыҡ итеп ойошторҙо улар. Майҙанда ҡул эштәренән, халҡыбыҙҙың милли аш-һыуынан һығылып торған бай күргәҙмәләр урын алды, үҙәктә ауыл һәүәҫкәрҙәре тарафынан әҙерләнгән сағыу концерт ҡуйылды. Сәләмәт тормошто үҙ иткән, спортты яратҡандар өсөн төрлө ярыштар үтте, балалар майҙансыҡта рәхәтләнеп уйнаны.