Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2019, 22:17

Иҫәнғолда иртә менән...

Ейәнсура районы үҙәгендә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан төрлө саралар гөрләп үтте.

Ейәнсура районы хакимиәте сайтынан.
Ейәнсура районы үҙәгендә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан төрлө саралар гөрләп үтте.


Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан иртә менән йыр-моңға күмелде, халыҡ мәж килде. Урындағы үҙешмәкәр артистар, балалар сәнғәт мәктәбе коллективы һәм район китапханасылары тарафынан әҙерләнгән байрам сараһы барыһына ла оҡшаны.
Бәләкәйҙәр өсөн төрлө уйындар ойошторолдо, ата-әсәләр ҙә күңелле ярыштарҙа ҡатнашып, үҙ көсөн һынаны.
Сараға килгән халыҡты район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов тәбрикләне.