Быуындар бәйләнеше өҙөлмәҫкә тейеш.
Әбйәлил районының Ишҡол ауылы китапханаһында “Йәшәү бәхете – намыҫлы хеҙмәттә” исемле кисә үтте. Китапханасы Руфина Ирғәлина ойошторған сара Башҡортостан Республикаһының бер быуатлыҡ юбилейына, шулай уҡ Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналды. Был кисәлә заманында тырыш хеҙмәте менән ауылдаштарының хөрмәтен яулаған, районда, хатта республикала танылған оло быуын вәкилдәре мәктәп уҡыусылары менән осрашты.
Ысынлап та, ишҡолдарҙың ғорурланырлыҡ шәхестәре байтаҡ. Элекке Калинин исемендәге колхоз эшсәндәре – малсылар һәм механизаторҙар – хәтирәләре менән ихлас уртаҡлашты.
– Фермаға һауынсы булып эшкә килгәнемдә 18 йәшем дә тулмаған ине. Башта ҡул менән һауҙыҡ, улар һыҙлап, шешеп ауырта ине. Гел алдынғылыҡҡа ынтылып, ярышып, татыу эшләнек. Һуңынан эш еңелләште, колхозға һауын аппараттары килде. Аҙаҡ ферма мөдире вазифаһын башҡарҙым, – ти Гөлнур Саҙрый ҡыҙы Арыҫланбаева. Ул – “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы.
Калинин исемендәге колхоз заманында алдынғы механизаторҙары менән дә дан тота. Шоферҙар, тракторсылар, комбайнсылар хужалыҡтың төп көсөн, тотҡаһын тәшкил итә. Шундай хеҙмәт батырҙарының береһе – Азат Ғиниәтов. Ул туған колхозында 43 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәгән. Азат ағай “Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
— Хеҙмәт юлымды 17 йәшем тулыр-тулмаҫтан тракторсы ярҙамсыһы булып башланым. Бөтә ғүмерем, өс йыл ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙе иҫәпләмәгәндә, тыуған ауылым, ошо хужалыҡ менән бәйле үтте, – тип һөйләне алдынғы механизатор. Ул оҙаҡ йылдар яғыулыҡ ташыу машинаһын йөрөткән.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан ололар элекке заманда тап шуның ише яғыулыҡ, һөт ташыу машиналарының ауыл кешеләре тормошонда мөһим урын тотоуын телгә алды, сөнки берәй кеше ауырып китһә, барыһы ла күҙ терәп, ярҙам һорап ошо техника хужаларына барған. “Төн уртаһында эштән ҡайтып инһә лә, бер шофер ҙа баш тартмай, сирлене йәки йөклө ҡатынды район үҙәгендәге дауаханаға алып китер ине”, – тип кисә генә кеүек булған хәлдәрҙе иҫкә алды ветерандар. Хәҙер һәр кемдең ихатаһында еңел машина ултырған заман балалары был хаҡта бер аҙ аптырап та, ғәжәпләнеп тә тыңланы.
Ишҡолдоң тағы ла бер ғорурлығы – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Коммунистик хеҙмәт ударнигы, “биш йыллыҡтар” еңеүсеһе, алдынғы механизатор Ибраһим Баһауов. Ул ялан батырҙары бәйгеһендә район, республика кимәлендә беренсе урын яулаған. Бөгөн Ибраһим Йомағужа улы, изге динебеҙ юлына баҫып, ауыл мәсетенең имам хатибы булараҡ, сауаплы эштәр башҡара.
Күрше Дәүләтша ауылынан Әхиәр Динмөхәмәтов тракторсы, бригадир булып эшләгән.
— Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү бик дәррәү барҙы. Ул саҡта дәүләт ауыл хужалығына ҙур ярҙам күрһәтте, яңы техниканы күп бүлде. Өфө тирәһендәге райондарҙан сиҙәм күтәреүгә ярҙамға эшселәр үҙ техникаһы менән килде. Тырышып эшләнек, төнгө сменала икешәр-өсәр гектар ер һөрә торғайныҡ. Йөкләмәне һәр саҡ арттырып үтәнек, сәмләнеп эшләнек. Хөкүмәт эшебеҙҙе юғары баһаланы, – тип хеҙмәт йылдары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты Әхиәр ағай. Ул – “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән хеҙмәт ветераны.
Мәктәп уҡыусылары: “Ә төндә ерҙе нисек һөрә инегеҙ һуң?” – тип ғәжәпләнде. “Беҙҙе дөйөм эш өсөн яныу, туған колхозыбыҙҙы алдынғылар рәтендә күреү теләге дәртләндерҙе лә, берҙәм дә итте”, – тип яуапланы кисәге механизатор.
Хаҡлы ялдағы фельдшер, заманында Рауил ауыл Советы рәйесе булып эшләгән Зөһрә Мәхмүтова ауылда мәктәп, клуб һалыу мәлдәрен иҫкә алды.
— Мәктәпте тотош ауыл халҡының ярҙамы менән ярты йыл эсендә төҙөп ултырттыҡ. Кешеләр шул тиклем берҙәм, дәртле ине. Ауылдашыбыҙ – Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты, Ленин ордены кавалеры, тракторсы Маһинур апайҙың Хәсәнованың ярҙамы ҙур булды. Бына шундай шәхестәребеҙҙе онотмаһаҡ ине, – тине Зөһрә Мортаза ҡыҙы һәм уҡыусыларға мөрәжәғәт итте, – оло быуын вәкилдәре – олатай, өләсәйегеҙ иҫән саҡта тарихты яҙып алығыҙ. Уҡып, йәш белгестәр булып ауылға ҡайтығыҙ, ауыл йәшәһен!
Уҡыусыларға элекке замандағы аҡса мөнәсәбәттәре тураһында ишетеү ҙә ҡыҙыҡлы булды. “13-сө хеҙмәт хаҡы индерелгәс, ҙур суммала премия ала башланыҡ. Ҡайһы берҙә айлыҡ премиябыҙ бер машина хаҡына тиң була ине. Әммә сауҙала автомобилдәр иркен һатылмай, сират буйынса ғына. Күптәр күрше-тирә ҡалаларға барып, мотоцикл һатып алды”, – тип хәтирәләрен яңыртты ололар. Уларҙың “ҡулда аҡса күп, ә һатып алырға әйбер юҡ” тигәненә балалар көлөп ебәрҙе.
– Ауылыбыҙҙа баҫалҡы, тыйнаҡ, бөтә ғүмерен эшкә бағышлаған кешеләр бик күп. Уларҙың тормош юлы, фиҙакәр хеҙмәте өйрәнелергә, быуындар араһында бәйләнеш булырға тейеш. Хәҙерге балалар ауыл хеҙмәтенән, беҙҙе туйындырған ерҙән бер аҙ ситләшеп бара. Улар ололар өлгөһөндә ошо ерҙе яратырға, үҙҙәрен уның ысын хужалары итеп тойоп үҫергә тейеш. Был сараны ойошторғанда тап шундай изге маҡсат та күҙ уңында тотолдо, – тине, кисәне йомғаҡлап, Руфина Зәкирйән ҡыҙы.
#Башҡортостанға100йыл, #100осрашыу хэштегтарына ярашлы үткән акция-эстафета күрше Хәлил ауылы китапханаһына тапшырылды.