Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2019, 12:12

Штәндегә һанлы телевидение килеп етте

Халыҡты сифатлы һанлы телевидение тапшырыуҙары менән тәьмин итеү маҡсатында һанлы эфир зонаһында йәшәмәгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған хаҡлы ялдағы кешеләргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Балтас районында был уңайҙан әүҙем эш алып барыла. Иң элек ошо категорияға ингән граждандарҙың исемлеге барланды.

Штәнде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Ғәлиәкбәров беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне:

— Беҙҙә пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙар — 16 кеше. Шуларҙың һигеҙе һанлы эфир телевидениеһы зонаһында, ҡалғаны унан ситтә йәшәй. Һуңғылары ҡоролманы һатып алыуға һәм ҡуйыуға дәүләт ярҙамы һорап ғариза бирҙе. Маты ауылы пенсионерҙарының 15-е ғариза яҙҙы. Аҙ тәьмин ителгән 11 ғаиләнең барыһы ла дәүләт ярҙамына дәғүә итә. Биләмә буйынса барлығы 43 ғаилә дәүләт ярҙамына мохтаж. Апрель айында шуларҙың 23-өнә ҡаҙна иҫәбенә юлдаш ҡоролмаһы урынлаштырыласаҡ.

Беҙ был ауыл биләмәһенә юлланған көндә “Рос­телеком” йәмғиәтенең Борай участкаһы начальнигы Динарис Ғәлләмшин етәкселегендә инженер Дамир Мөхәйәров һәм водитель Әниф Зиннәтуллин урындағы халыҡҡа юлдаш ҡоролмаһын урынлаштырҙы.

— Һанлы телевидение килеп етте тип, IP телевидениеһынан баш тартмайбыҙ. Ҡайһыһының сифаты яҡшыраҡ, ҡайһыһында күберәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ, күңелгә хуш килгән каналдар булырын алдан белеү мөмкин түгел, — тине Сания менән Ильяс Арыҫлановтар. Улар йәшәгән Мичурин урамында йәнә ике ғаиләгә дәүләт ярҙамы менән һанлы телевидение ҡоролмаһы урынлаштырыласаҡ.

Балтас районы.
Читайте нас: