Күтәренке кәйефтә ҡаршыланы Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын баймаҡтар.
Теләктәшлеккә, берҙәмлеккә ынтылған илһөйәр, эшһөйәр район халҡы ҡаланың Үҙәк майҙанында бергә тупланды.
Бында тантаналы митинг үтте, бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде, балалар өсөн төрлө уйындар, аттракциондар ойошторолдо, йәрминкә эшләне.
Сара аҙағында бер төркөм алдынғыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Байрам саралары шулай уҡ һәр ауыл биләмәһендә киң билдәләнде.