Йыл башынан алып республика юлдарында 235,5 мең соҡор ямалған, шуларҙың 219 меңе – апрелдә генә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов ошондай мәғлүмәт еткерҙе.
“Юл эксперты” ҡушымтаһына 26 мең соҡорға бәйле мөрәжәғәт килгән, шуларҙың 14 меңе буйынса сара күрелгән. Эш раҫланған графикка ярашлы бара.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев “Юл эксперты” мәғлүмәт системаһына ихаталарҙағы соҡорҙар буйынса 6,5 мең ғариза килеүе, шуларҙың 1,5 меңе буйынса мәсьәләнең хәл ителеүе тураһында хәбәр итте. Муниципалитет вәкилдәре тарафынан тикшереү барышында 52 мең соҡор асыҡланған. Уларҙың барыһы ла 15 июнгә тиклем ямалырға тейеш.
10-26 апрелдә административ комиссиялар автомобилдәрҙе газонға ҡуйған өсөн 5,9 миллион һумлыҡ штраф һалған. Йәмғеһе 10026 тәртип боҙоу осрағы теркәлгән, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында 4550 ҡарар сығарылған.