Бөгөн Ира – Магнитогорск юлында “Дэу Матиз” автомобиле түңкәрелгән. Авария төш мәлендә булған.
Был хаҡта Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙ блогында хәбәр итте.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, Йылайыр ауылы яғына юлланған утыҙ йәшлек ҡатын машинаға идара итә алмаған.
Салонда, водителдән тыш, дүрт бала булған. Уларҙың береһе, һигеҙ йәшлек ҡыҙ, алынған йәрәхәттәрҙән шул урында йән биргән. Башҡаларға медицина ярҙамы күрһәтелә.
Урында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй, фажиғәле аварияның сәбәптәре асыҡлана.