Үҙенең сибәрлеге менән күптәрҙең һушын алған башҡорт ҡыҙы Ләйсән Үтәшеваның ҡапыл ябығыуы табыныусыларын хәүефкә һалды. Нимә булған? Ҡаты ауырыуға тарығанмы?
Баҡтиһәң, 33 йәшлек Ләйсәндең тормош иптәше үҙенең һомғоллоғо менән айырылып тора. Уның эргәһендә ҡатыны ла, әлбиттә, зифа буйлы булып күренергә теләй. Шулай ҙа уның ҡапыл ябығыуын күргән табыныусылары бының менән риза түгел. "Һеҙ бигерәк ябыҡ, ашағыҙсы", – тип кәңәш бирә улар. Ләйсән был һүҙҙәргә асыуланмай. "Миңә ярамай", – тип яуап бирә.
Әйткәндәй, Ләйсән күптән түгел 10 килограмға ябыҡҡан. Быға өҙлөкһөҙ күнекмәләр, ашауҙы бер аҙ сикләү һөҙөмтәһендә өлгәшкән ул.
Фото: Ләйсән Үтәшеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.