Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тигән әйтем бар. Уны ҡабатлауҙың да кәрәге юҡ һымаҡ. Ҡаза көн дә үҙен иҫкәртеп, белдереп тора. Мәҫәлән, кисә Краснокама районының Иҫке Уразай ауылы эргәһендә ике гектар үлән яна. Ут өс ташландыҡ өйгә һәм ике ҡаралтыға күсеп өлгөрә. Ярай әле кеше йәшәгән өйҙәрҙе һаҡлап ҡала алғандар.
Өфөнөң Калинин районының Максимовка ауылынан 2 майҙа төнгө сәғәт өсөнсөлә ут сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, ике ҡатлы йорттоң ҡыйығы, йорт алды ҡаралтыларын ут ялмап алған була. Һүндергәндән һуң, ул 300 квадрат метр майҙанда янғанлығы асыҡлана. Бер ҡатын дауаханаға оҙатыла.
Әйткәндәй, төбәктә янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы режим эшләй, штрафтар ҡаралған. Тик ниндәй генә штрафтар ҙа беҙҙең иғтибарҙы алмаштыра алмай. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит Хоҙай ҙа.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығы.